Батырҙарҙы онотмайыҡ25.09.2018
Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул. Мин оҙаҡ йылдар Мишкә районы эске эштәр бүлегенә етәкселек иттем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ойошманың тарихын фәнни яҡтан тикшереп, “Мишкә районының эске эштәр бүлеге тарихы” исемендәге китап баҫтырып сығарҙым. Бына ошо эш ваҡытында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Совет Армияһының генерал-майоры Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев тигән исемгә тап булдым.

Ул 1905 йылда Оло Шаҙы ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. Үҫә төшкәс, Себер яҡтарында “бәхет” эҙләп йөрөй. Тыуған ауылына һағыныу тойғоһо кире йәнтөйәккә ҡайтара.

Тырыш малайҙы тиҙҙән комсомолға алалар. Уҡыу теләге ҙур икәнен күреп, уны юллама менән Ҡазандағы юғары уҡыу йортона оҙаталар. Тырышып белем ала егет. Уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, уны башта район комсомол ойошмаһына, артабан партия комитетына эшкә тәғәйенләйҙәр. Ошо ваҡытта егеттең хеҙмәтен республика етәкселәре лә күреп, ВКП(б)ның башҡорт Өлкә комитеты секретары итеп ҡуялар.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, башҡалар менән бергә Ғәлийән Ғәлиев тә 1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Ул яуҙың аҙағына тиклем һалдаттарҙы бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү бүлегендә уңышлы хеҙмәт итә.

Һуғыш барышында Ғәлийән Шәйхетдин улы юғары вазифаларҙы үтәй, уны 3-сө Украин фронтының Хәрби Совет ағзаһына тиклем үрләтәләр. Генерал-майор дәрәжәһенә лайыҡ була. Батырлыҡтары өсөн Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, Кутузов, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыштан еңеп ҡайтҡас, Ғәлийән Шәйхетдин улы КПСС-тың Башҡортостандағы Өлкә комитетында бүлек мөдире, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Әммә уның уңышына көнләшеүселәр ҙә табыла. Уның талапсанлығына риза булмағандар ярҙамында ғәйепләп, 15 йылға Себергә оҙаталар.

Ғ. Ғәлиев Н.В. Ворошиловҡа (ул ваҡыттағы СССР Верховный Советы президиумының рәйесе) барыһын да аңлатып хат яҙа.
Һөҙөмтәлә СССР Юғары суды эште яңынан ҡарап, уны аҡлай. Ғ. Ғәлиев дүрт айҙан һуң Өфөгә ҡайтып төшә. Артабан республика типографияһы директоры, “Башкинопрокат” етәксеһе булып эшләй.

Әммә һуғыш яралары, төрмәлә булыуы эҙһеҙ ҡалмай. Сирләп китеп, операцияны күтәрә алмай вафат була.

Иҫәпләп ҡараһаң, һәр районда ла шундай генералдар юҡ. Ошондай дәрәжәгә еткән Башҡортостандың батыр улын – Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиевте – иҫтә тоторға, ҡаһармандарыбыҙҙы онотмаҫҡа бурыслыбыҙ.


Вернуться назад