Булдыҡлының эше уң25.09.2018
Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип, еңел тормош артынан ҙур ҡалаға китмәгән, тыуып үҫкән йәнтөйәгендә ҡалып, үҙ эшен асҡан, башҡаларҙы ла икмәкле иткән бер ғаилә хаҡында һүҙем.

Гөлсинә менән Руслан Әғзәмовтар — һәр йәһәттән өлгөлө, булдыҡлы пар. Ауылдаштарын аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы менән тәьмин иткән эшҡыуарҙар магазиндарында бер нисә кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Байымда уҙған төрлө сараларҙың даими бағыусыһы улар, ауылдаштарына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр. Үҙҙәренең етеш тормошона, әкиәт һарайылай ике ҡатлы, зауыҡлы йорттарына хайран ҡалмалы. Хәләл көсө, ныҡышлығы менән донъяларын сынъяһау итеп төҙөгән улар.

Байым ауылы егете Руслан менән Туйыш һылыуы Гөлсинә 2001 йылда өйләнешә. Йәш ғаилә Байымда төпләнергә ҡарар итә. Икеһе лә урындағы хужалыҡта хеҙмәт юлын башлай. Руслан – механик, ә Гөлсинә бухгалтер булып эшләй.

Йәш белгестәр дәртләнеп тормош башлаған осорҙа колхоз тарҡала. Эшһеҙ ҡалған йәштәр ни ҡылырға белмәй аптырап ҡала. Күптәр унда һуғылып, бында ҡағылып йөрөй торғас, ҡырға күсеп китә. Өмөтһөҙлөккә бирелеп, эскелек һаҙлығына батҡандар ҙа, ата-әсәһенең пенсияһына йәшәгәндәр ҙә табыла. Тик Әғзәмовтар бирешергә теләмәй, тыуған еренән айырылғылары ла килмәй. Замана елдәренең ҡайһы яҡҡа иҫеүен мәлендә тойоп, эшҡыуарлыҡ юлына баҫалар. Әммә бында ла анһат аҡса көтмәй шул. Үҙ эштәрен асыу өсөн тәүге капитал йыйған мәлдәрен бөгөн көлөп хәтерләһәләр ҙә, ул ваҡытта бер ҙә ҡыҙыҡ булмай.

Магнитогорск янындағы ташландыҡ баҡсаларҙан тоҡ-тоҡ алма йыйып, Абҙаҡта һаталар йәки картуфҡа алмаштыралар. Картуфты күрше ҡала баҙарында аҡсаға әйләндерәләр. Тинләп йыйылған әҙме-күпме сумманы Байымда магазин асыуға тотоналар. Тәүҙә бинаны ҡуртымға алып, һуңынан, эштәре яйға киткәс, үҙҙәренеке итәләр. Хәҙер уларҙың ике магазины бар. Бухгалтер белемле Гөлсинә Борисовна бөтә иҫәп-хисап эштәрен алып барһа, ҡалған мәшәҡәттәр Руслан Рысйән улы иңендә. Хәйер, барлыҡ хәстәрҙәрҙе улар бергә-бергә күтәрә, эште һинеке-минекенә бүлеп тормай.

— Эшҡыуар булыу еңелдән түгел, аяҡҡа ныҡлы баҫҡансы көн-төн тир түгергә, тырышырға кәрәк. Документацияны теүәл алып барыу, һалым, башҡа түләүҙәр менән ваҡытында иҫәпләшеү мөһим, — ти Әғзәмовтар. — Һатып алыусыларҙы юғалтмаҫ өсөн магазиндарға аҙыҡ-түлекте, йәшелсә-емеште көн дә тигәндәй яңыртып килтереп торабыҙ.

2007 йылдан йүнселлек менән шөғөлләнгән ғаилә өс һатыусыны хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән. Ҡаланан тауар килтереү, йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәре араһында йәмәғәт эштәренә лә өлгөрәләр. Үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнау ят был ғаилә өсөн. Мәҙәниәт усағында үткән сара-кисәләргә бүләктәр менән ярҙам итәләр. Ауылдаштарының тормошон йәнләндереп, ҙур байрамдарға ҡарата һатып алыусылар араһында лотерея уйнаталар. Яңы йыл һайын Гөлсинә үҙенә лә, балаларына ла костюмдар тегә, хатта урамдары менән ярышып тырышалар. Мәктәп тормошонан ситтә ҡалмайҙар, ата-әсәләр комитетында әүҙем эшләйҙәр.

Ауылдың абруйлы ғаиләһе – бөтә туғандарына терәк-таяныс. Ярҙамсыл, киң күңелле хужаларҙың йорт ишеге һәр кемгә асыҡ. Ике бала үҫтерә улар: ҡыҙҙары Инзирә техникумда белем ала, улдары Инсаф VI класта уҡый, икеһе лә яҡшы өлгәшә, спортсы, бейеү менән мауығалар. Көрәш менән етди шөғөлләнгән малайҙы ата-әсәһе аҙнаһына өс тапҡыр Абҙаҡҡа алып йөрөй. Балалар ғаиләлә һөйөү, наҙ тойоп үҫһен, бар яҡтан үҫешһен өсөн ваҡыттарын, көсөн йәлләмәй улар.

— Ул-ҡыҙыбыҙға лайыҡлы тәрбиә бирергә, һөнәрле итергә тырышабыҙ, — ти ата-әсә бер тауыштан. — Бәләкәйҙән эш белеп үҫһендәр өсөн мал, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Шөкөр, телефон-компьютерға ҡапланып ултырмайҙар, ҡул араһына инеп, бөтә эштә ярҙамлашырға әҙер торалар.

Ә хужалыҡтары, ысынлап та, ҙур, нисек өлгөрәләрҙер? Һауын кәзәләре лә бар, уның һөтөнән шифалы ҡымыҙ яһайҙар. Ике теплица: береһендә – ҡыяр, икенсеһендә помидор үҫтерәләр. Дүрт-биш умарта тоталар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын ала, өй эсе тулы гөл.

Тырышлығы, йүнселлеге менән алдырған, матур донъя көткән ғаиләгә һоҡланмаған кеше юҡ. Бәхеттәренә күҙ теймәһен!


Вернуться назад