Икеләтә яуаплылыҡ тойоп25.09.2018
Ипле, намыҫлы, эшенә етди ҡараусан, үҙ-үҙенә талапсан... Был аҡ халатлы белгес тураһында ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Һүҙем Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табибы – реаниматолог-анестезиолог Фәнүр Суҡбаев хаҡында.

Уның эше тәү ҡарашҡа ябай күренһә лә, ғәмәлдә икеләтә яуаплы. Төп бурысы – пациентты оператив дауалауға әҙерләү. Реанимация бүлегенә эләккән ауыр хәлдәгеләргә, йәки операция эшләнәсәк кешегә наркоз ҡаҙағансы, Суҡбаевҡа тәүҙә пациенттың ауырыу тарихын, сәбәбен өйрәнеү һәм асыҡлау (хроник ауырыуы юҡмы, ҡан баҫымы, йөрәк эшмәкәрлеге нисек) мотлаҡ. Ул ауырыу өсөн наркоздан аңына килгәнсе яуаплы. Бәлиғ булмаған йәштәгеләр, сабыйҙар менән эшләгәндә йәш табипҡа икеләтә ауыр, операция алдынан реаниматологтарға балаларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәһен дә тынысландырырға, йыуатырға тура килә. Өҫтәүенә белгес бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйҙарҙың да сәләмәтлеген тикшерә.

Мораҡ үҙәк район дауаханаһында ауыр хәлдәге пациенттарҙы Фәнүр Суҡбаевтан тыш ике табип-реаниматолог хеҙмәтләндерә: Рәйес Сәғитов һәм дауахананың баш табибы Рөстәм Хөсәйенов.

– Эштең айышына төшөнөргә Рөстәм Рәжәп улы ярҙам итте. Ул мине хеҙмәттең бөтә нескәлектәренә өйрәтте, – ти йәш табип.
Суҡбаев – үҙебеҙҙең район егете. Мораҡтағы 1-се урта мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина колледжында белем ала. 2006 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Аҙаҡ Өфө ҡалаһындағы 22-се дауахананың нервы-ҡан тамырҙары реанимацияһында биш йыл эшләп, алған белемен камиллаштыра. Ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәт егеттең күңеленә хуш килә. Диплом алып, 2013 йылда тыуған районына ҡайтҡас та, ошо өлкәне һайлай. Хәҙер инде ул – ярайһы тәжрибәле табип һәм ике сабыйға һөйөклө атай.

– Үҙеңдең тыуып үҫкән ереңдә эшләгәс, икеләтә яуаплылыҡ тояһың. Район халҡы таныш, ғаиләм, туғандарым бында. Һөнәрем ҡушыуынса, намыҫ менән эшләргә тырышам, башҡаса мөмкин дә түгел, – ти ул.


Вернуться назад