Артабан да бергә ҡалайыҡ25.09.2018
Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы матур, яҡты хис-тойғоға мансылған.

Әүҙем авторҙарыбыҙ Рәшит Шәкүр, Ринат Камал, Зөһрә Ҡотлогилдина, Әҡлимә Сафина, Ҡәҙриә Ғәйфуллина, Миңнур Ҡасимова, Айҙар Ғәзизов әленән-әле йөкмәткеле, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күп кенә ағай-апайҙарҙың гәзитте даими уҡып барыуы ҡыуандыра. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсара Йәнтүрина: “Башҡортостан” менән ярты быуаттан ашыу ғүмеребеҙ бергә үтте. Гәзит бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, унда төрлө йәштәге уҡыусы үҙенә файҙалы мәғлүмәт таба ала, — тип яҙа. – Гәзитте туғандарыбыҙға, күрше-күләнгә лә уҡырға бирәм. Фәһемле мәҡәләләр сығып тора, бигерәк тә Хәлил Һөйөндөковтың “Араҡыға ҡаршы бер дәлил” мәҡәләһе тәьҫир итте. Уға ҙур рәхмәт! Үҙебеҙҙең асылыбыҙға ҡайтып, иманлы балалар, ейәндәр үҫтерәйек. Ә инде мәҡәләнең авторы менән Баймаҡ мәктәп-интернатында химия, биология фәндәрен уҡытҡан ваҡыттан танышмын. Шундай тәрбиәүи мәҡәләләр күберәк баҫылһын ине. Уларҙан йәш ата-әсә фәһем алһын, балаларына күркәм тәрбиә бирһен тигән теләктәмен”. Баймаҡ районының Ярат ауылынан Люциә Әхмәтова: “Йыл да һеҙҙең баҫмағыҙға яҙылам. Илем, халҡым, телем тип йәшәйем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Уҡытыу-тәрбиә эшендә һеҙҙең фәһемле, мауыҡтырғыс мәҡәләләрегеҙҙе ҡулланам”, – тип яҙған үҙенең хатында.

Салауат ҡалаһынан Сәйҙә Маликова иһә бигерәк тә “Йома” һанының йөкмәткеле сығыуы тураһындағы фекере менән уртаҡлаша. Өфөнән Ғәлиә Ғәлиәкбәрова спорт яңылыҡтары даими яҡтыртылғанға рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә шулай дауам итеренә ышаныс белдерә. Учалы ҡалаһынан Мәҙинә Солтанморатова: “Хикәйәләр, төрлө файҙалы кәңәштәр оҡшай”, — ти.

Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылынан Зөһрә Әхмәҙиева “Музейҙар төнө” байрамы үткәрелеүе хаҡында хәбәр итә. “Сара Ғаилә йылына бағышланды. Көндөң болотло булыуына ҡарамаҫтан, музейға күп килделәр. Ҡунаҡтар Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тормош юлы, фондта һаҡланған экспонаттар менән танышты. Ҡырмыҫҡалы, Бишауыл-Уңғар ауылдары үҙешмәкәрҙәренең сығышы байрамға йәм бирҙе, Өфөнән Илнур Миһмановтың йырҙары байрам кәйефен өҫтәне”, – тип яҙа.

Редакцияға шулай уҡ етешһеҙлектәргә бәйле борсолоу менән һуғарылған хаттар ҙа килә. Түҙемлектең сигенә етеп, ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр булған был авторҙарҙың хаттарын хәл итеү маҡсатында урындағы хакимиәттәргә юллайбыҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Башҡортостан” менән бергә ҡалайыҡ, хатлашып торайыҡ. Артабан да һеҙҙән һабаҡ бирерҙәй, мауыҡтырғыс, халыҡ тормошон ысынбарлыҡта сағылдырған мәҡәләләр көтәбеҙ.


Вернуться назад