Геолог тормошона арналған саралар үтте.
Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы Басир Мәһәҙиевтең 85 йыллығын республика йәмәғәтселеге киң билдәләне. Бер юлы яңыраҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан “Тауҙарым минең” исемле китаптың исем туйы үткәрелде. Ул Басир Дәүләт улының тормош юлына арналған, баҫмала шәхестең үҙенең дә шиғырҙары, хикәйәләре һәм фәһемле мәҡәләләре урын алған.
Хәтер кисәләрен Өфөләге “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлап ебәрҙе. Шунан һуң Ейәнсура районы мәҙәниәт йортонда Басир Дәүләт улының рухына арналған “Хәтер һуҡмаҡтары мәңгелек” исемле кисә булды. Сараларҙа сығыш яһаусылар яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе хөрмәтләп ошондай фәһемле осрашыуҙар уҙғарайыҡ, арҙаҡлылар тураһында халыҡҡа, йәш быуынға еткерәйек тигән фекерҙәр әйтте.
Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек барышында был бигерәк тә мөһим. Ейәнсуралар оло шәхестәрен онотмай: тыуған ауылдары Абҙанда бер туған ағалы-ҡустылы Дәүләт премиялары лауреаттары Дәүләткирәй менән Басир Мәһәҙиевтәр йәшәгән урамға “Мәһәҙиевтәр” исеме бирелгән, өйҙәренә таҡтаташ ҡуйылған.
1960 йылда Басир Мәһәҙиев Әбйәлил районында яңы ғына ойошторолған геология-разведка партияһында баш геолог булып эш башлай. Ғаилә өс йыл Күсем руднигында һәм Ташбулат ауылында йәшәй. Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә районда баҡыр ятҡылығы булыуы асыҡлана, уға “Салауат” атамаһы бирелә. Һуңынан ошо ятҡылыҡ тураһында диссертация яҡлап, Басир Дәүләт улы геология-минералогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә өлгәшә. Өс йыл ғына йәшәп китһә лә, Әбйәлил районының геологияһын өйрәнеүгә ул 20 йыл ғүмерен бирә.
Бөгөн, 60 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, әбйәлилдәр Басир Дәүләт улы һәм уның ҡатыны Сәүиә Гәрәй ҡыҙы тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай.
Халыҡ менән шығырым тулы Ташбулат ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолған хәтер кисәһе – быға асыҡ миҫал. Телмәр тотоусылар шул ваҡытта әле 30 йәшкә лә етмәгән егеттең ғәжәп талантлы, бик кешелекле шәхес булыуы тураһында һоҡланып бәйән итте. Ташбулат урта мәктәбе директоры Ғ.У. Ҡаһарманов Басир Мәһәҙиевтең Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти һәм Мостай Кәримдең портреттарын эшләп бүләк итеүе, уларҙың оҙаҡ йылдар уҡыу йорто залын биҙәп тороуы тураһында һөйләне. Күсем мәктәбенә иһә Басир Дәүләт улы руда коллекцияларын тапшырған, уҡыусыларҙың геология менән ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, төрлө ярыштар үткәргән. Ошо ваҡыттарҙа башланған да инде республикала балалар һәм үҫмерҙәрҙең геологик хәрәкәте. Артабан Басир Мәһәҙиев был эшкә республиканың баш геологы, министр вазифаларын башҡарғанда бигерәк тә ҙур өлөш индергән. Сарала ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхестең исемен Әбйәлил ерендә мәңгеләштереү тураһында тәҡдим менән сыҡты. Оҙаҡ ваҡыт та үтмәй Геологоразведка ауылындағы элекке геологтар контораһы, әле клуб һәм китапхана хеҙмәтен үтәгән күркәм бинала таҡтаташ асылды.
Тантанала Сәүиә Гәрәй ҡыҙының һәм улдары Юлайҙың ғаиләһе менән ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне. Юлай Басир улы – билдәле эшҡыуар, “Дельрус” компанияһының президенты, Екатеринбург ҡалаһында йәшәй.
Таҡтаташта биографик белешмә менән бергә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың ошондай шиғыр юлдары ла урын алған:
Айырыусы таштар төҫөн,
Тойоусы һин таштар еҫен,
Яңыртыусы таш хәтерен,
Иҫкертмәүсе таштар иҫен.
Киләсәктә райондың иң төҙөк һәм күркәм ауылдарынан һаналған Ташбулаттың яңы урамдарының береһе Басир Мәһәҙиев исемен йөрөтәсәк.