“Аллаға шөкөр, йәшел үләнгә баҫтыҡ...” — ти өлкәндәр яҙ еткән һайын. Оҙон, һалҡын ҡыш хәлде ала шул. Элекке заманда йәшел үлән халыҡты аслыҡтан һаҡлап ҡалған, туйындырған, көс биргән. Бөгөнгө етеш тормошта үләнгә артыҡ иғтибар биреп бөтмәһәк тә, уларҙың шифаһы быуаттар дауамында һыналған һәм дәлилләнгән. Ҡыш буйы хәлһеҙләнгән организм өсөн витаминдар һәм көс кәрәк. Ә бит улар аяҡ аҫтында ғына. Тап әле йыйырға кәрәкле үләндәр һәм уларҙан нимә эшләргә була? Ошо һорауҙарға яуап эҙләйек.
Йәш кесерткән. Унда яман шешкә ҡаршы матдәләр бар, ҡанды таҙарта, ялҡынланыуҙы бөтөрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, шулай уҡ тынысландырыусы сара. Әле йыйып алынғаны айырыуса файҙалы. Шулай уҡ туберкулез, геморрой, сей шеш булғанда ҡулланырға була, кесерткән ҡандағы шәкәрҙе кәметә һәм бөйөрҙөң эшен яҡшырта.
Кесерткәндән төнәтмә: 1 аш ҡалағы ҡоро кесерткән япрағын (3–4 йәш кесерткән япрағын да файҙаланырға була) бер стакан ҡайнар һыуға һалып бер сәғәт тоторға һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 2–3 тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Кесерткәнде ҡандың тиҙ ойошҡанлығында, гипертоник сирҙәр һәм атеросклероз осраҡтарында файҙаланыу тыйыла.
Хужабикәләр ҡуҙғалаҡ, кесерткән, йәшел һуған ҡушып салат, бешерелгән йомортҡа һәм ҡаймаҡ ҡушып аш бешерә. Бары тик витамины нығыраҡ һаҡланһын өсөн әҙерәк бешерергә генә кәрәк.
Бәпембә. Ул тән температураһын төшөрә, тир һәм үтте ҡыуа, тынысландыра һәм йоҡлай алмағанда ярҙам итә, аппетитты күтәрә. Бәпембәнең тамырын ҡаҙып алып ҡыҙҙырырға һәм ҡәһүә урынына эсергә була, ул организмды нығыта. Тамырҙарҙы һуң көҙ йәки яҙ ҡаҙып алығыҙ, йәй көнө бик файҙалы түгел. Яҙғы салатҡа ҡушып эшләнгән йәш япраҡтары матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Япраҡтары әсе тәм бирмәһен өсөн уны ярты сәғәткә тоҙло һалҡын һыуға һалып торорға кәрәк. Салатҡа йәшел һуған, йәш һарымһаҡ, әнис, петрушка, туралған йомортҡа, редис ҡушалар һәм ҡаймаҡ менән бутайҙар. Шулай уҡ үҫемлек майы йәки лимон менән болғатырға ла була.
Бәпембәнең сәскәһе лә файҙалы. Һигеҙ ус сәскәһен йыйып 1,5 литр ҡайнар һыуға һалығыҙ. Тәмлерәк булһын өсөн ҡара ҡарағат, сейә япраҡтары өҫтәгеҙ. Эсемлек 12-18 сәғәт ҡапҡас аҫтында ултырырға тейеш. Аҙаҡ ваҡ һөҙгөс аша һыуын түгегеҙ, 0,5 — 0,75 килограмм шәкәр өҫтәгеҙ һәм яй ғына утҡа ҡуйығыҙ. Ике сәғәттән килеп сыҡҡан сиропты банкаларға һалығыҙ. Һыуыҡ урында һаҡларға. Ашар алдынан бер-ике аш ҡалағы эсергә.
Юл япрағы. Таҙа һәм файҙалы юл япрағын урман йәки ялан юлдарында эҙләргә кәрәк. Ҡала, ауыл тирәһендәгеһе бысраҡ һәм файҙаһыҙ була. Юл япрағы, кесерткән, һуған һәм керәндән эшләнгән салат үтә шифалы һәм татлы. Барлыҡ үләндәрҙе турағас, ҡаймаҡ һәм алма һеркәһе менән бутарға кәрәк.
Еҫле балтырған — иң шифалы үҫемлектәрҙең береһе, ул тимер, марганец, титан, баҡыр кеүек микроэлементтарға һәм С витаминына бай. Ул бик тәмле,
хәйер, ауылда үҫкән кешеләргә балтырғандың тәме һәм файҙаһы тураһында әйтеп тороу артыҡтыр ҙа.
Еҫле балтырғандан ике төрлө салат эшләргә өйрәтмәксебеҙ. Ябайы: туралған балтырғанға ҡырғыс аша үткәрелгән керән өҫтәгеҙ һәм ҡаймаҡ менән бутағыҙ. Ҡатмарлырағы: балтырғанға ҡуҙғалаҡ ҡушығыҙ. Ҡырғыс аша үткәрелгән кишер, йәшел һуған һәм туралған сей бәрәңге өҫтәгеҙ. Үҫемлек майы менән болғатығыҙ.
Һаулыҡ өсөн витаминлы эсемлек. Бер литр эҫе һыуға ҡара ҡарағаттың бер ботағын һындырып һалығыҙ, уға бер аш ҡалағы сирен бөрөһө, йәш шыршының 3-4 шытымын һәм ҡайын бөрөләре өҫтәгеҙ. Йылы урында кәм тигәндә 15 минут ултырһын. Аҙаҡ бер аҙна дауамында көнөнә берәр стакан эсергә.