Юл түләүле буласаҡ25.09.2018
М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль йөрөтөүселәр өсөн түләүле буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты белдерҙе.

“Йөрөү тулыһынса түләүле буласаҡ. Әлеге проектты тормошҡа ашырыуға республика тарафынан 1,2 миллиард һум аҡса бүленде, беҙҙең тарафтан тейешле эштәр башланды, Рәсәй Транспорт министрлығынан да ярҙам саралары булыр тип ышанабыҙ”, – тине төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.


Вернуться назад