Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә.
Бөгөн, 26 сентябрь төнөндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы 8 – 13 градус йылы, таулы райондарҙа 3 градустан артмаясаҡ. Көндөҙ ҙә аҙыраҡ ямғыр көтөлә, республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә иһә яуым-төшөм булмаясаҡ. Һауа температураһы 19 градусҡаса, көньяҡ-көнсығышта 24 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
Рәсәй Гидрометеоүҙәге хәбәр итеүенсә, артабан көндөҙгө температура 14 градустан артмаясаҡ, көн һайын ямғыр көтөлә. 1 октябрь төнөндә ҡар яуыуы күҙаллана.