Сик буйында тора һаҡсы...25.09.2018
Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы?

Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Унда, мәҫәлән, күптән түгел сик буйы һаҡсыларына һәйкәл асылды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, Сибайҙың һәм Хәйбулла районының хәрби комиссариаты етәксеһе Ринат Зәбиров, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, кадеттар һәм төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Рәсәй 18 ил менән сиктәш. Дәүләт сигендә тороусылар йәне-тәне менән беҙҙең тыныслыҡты һаҡлай, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Сибайҙағы һәйкәлдә элекке һәм бөгөнгө һалдат һындары йәнәш урын алған. Уны төҙөү башланғысы менән сығыш яһаған яҡташыбыҙ, “Барс” хәрби-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәсүл Аманов әйтеүенсә, Сибай янындағы Ҡыҙыл ауылында элек ошо төбәкте дошмандарҙан һаҡлау сиге булған. Олатаһы Алтын Аҡманов та шунда хеҙмәт иткән.

— Һәйкәл төҙөү идеяһын белдергәс, төрлө тәҡдимдәр булды, – ти Рәсүл Салауат улы. – Берәүҙәр бөгөнгө сик һаҡлаусы һынын ғына ҡалдырыу теләген белдерҙе. Ләкин беҙ ата-бабабыҙҙың рухына тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ, уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шуға күрә ошо эскизды хуп күрҙек.

Төҙөлөш элекке сик һаҡсылары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Улар ҙур тырышлыҡ менән һәйкәл урынлашҡан ерҙе рәткә килтерә, плитә түшәй, тирә-яғын төҙөкләндерә. Хатта Өфөгә барып, скульпторға бар яҡлап ярҙам күрһәтеп, уны эшләүҙе тиҙләтеү сараһы күрелә. Ғөмүмән, сик буйында хеҙмәт иткәндәр бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булыуын, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуын йәнә бер ҡат иҫбатлай. Эшкә күрше Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында йәшәгән егеттәр ҙә булышлыҡ итә. Рәсүл Амановтың ҡасандыр Афған ғәрәсәтен бергә үткән хеҙмәттәштәре республиканың төрлө төбәгенән килеп етә. Бына ҡайҙа ул әрме дуҫлығы!

— Сик буйында хеҙмәт итеү һәр саҡ көсөргәнешле һәм ҡатмарлы. Һеҙгә Ватанды һаҡлау буйынса ғәйәт ҙур бурыс йөкмәтелә, – тине сығышында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов. – Ниндәй генә мәсьәлә ҡалҡмаһын, һеҙ уны һәр саҡ намыҫ менән атҡарып сығаһығыҙ. Ҡаһарманлығығыҙ – йәштәргә өлгө. Был һәйкәл һеҙҙән ҡалабыҙға ҙур бүләк булды. Ул айырыуса йәштәр өсөн әһәмиәтле – батырлыҡ һәм ғорурлыҡ символы.

Байрамда сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына юбилей миҙалдары, һәйкәлде төҙөүҙә матди ярҙам күрһәткән бағыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Әйткәндәй, әле Сибайҙа сик буйында хеҙмәт иткән меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 28-е – Афған яуын үткән һалдаттар.


Вернуться назад