Элвин Грей ауырыған25.09.2018
Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе тураһында хәбәр барлыҡҡа килде.

“Иғтибар! Ҡапыл һаулығым насарайыу сәбәпле, Тобол (24.09), Омск (25.09), Вагай (27.09), Сорғот (29.09), Когалым (30.09) ҡалаларындағы сығыштар ваҡыты күсерелә! Яҡын арала бөтә концерттарҙы ла ҡуйырға тырышасаҡбыҙ. Яңы график тураһында мәғлүмәт тиҙҙән буласаҡ” тиелгән унда.

Артистың тамашасылары комментарийҙарҙа уға һауығыуын теләп, изге теләктәрен еткерә.




Вернуться назад