Беренсе курс студенттары өсөн яңы тормош башланды. Быйыл иң юғары балл йыйғандарҙың күбеһе медицина университеттарына инергә тырышты. Инженер булырға теләгәндәр ҙә бихисап, педагогик уҡыу йорттарының ҡайһы бер факультеттарын һайлау өсөн дә юғары балл талап ителде.
Элек йәштәр, ниндәй генә һөнәрҙе һайлаһа ла, ҡулына диплом алғас, урамда ҡалмаясағын аңлай ине. Бөгөн улай түгел. Юғары белем хаҡындағы диплом да әле һинең социаль-матди хәлеңде билдәләмәй. Тап шуға ла бөгөнгө атай-әсәйҙәр балалары мәктәптең урта звеноһында уҡығанда уҡ был хаҡта етди уйлана башлай.
Заман технологиялары бухгалтерҙарға, иҡтисадсыларға булған ихтыяжды кәметһә лә, был һөнәрҙәр кәрәкмәй тигәнде аңлатмай әле. Ошо йүнәлештәге абруйлы уҡыу йорттарында конкурс әүәлгесә юғары булып ҡала. Ә бына сервис, менеджмент, идара итеү өлкәләре белгестәренә ихтыяж кәмене. Бөгөн был һөнәрҙәргә уҡыу өсөн бер нисә йыл сарыф итмәйенсә, онлайн-курста өйрәнергә мөмкин.
Медицина белгестәрен әҙерләгән юғары уҡыу йорттарына конкурс ҙурайғандан-ҙурая. Түләүле бүлектәргә лә студенттар күпләп алына. Был тиккә түгел: һаулыҡ һаҡлау белгестәренә ихтыяж артҡандан-арта бара. Ҙур шәхси клиникалар асыла, өлкәндәрҙе ҡарау өсөн үҙәктәр барлыҡҡа килә. Тап шуға, бындай уҡыу йорттарында белем алыу еңел булмаһа ла, күптәр медицина өлкәһенә ынтыла.
Педагогик белем алған йәштәргә лә бөгөн ихтыяж бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре мәктәпкә бармаһа ла, ҙур фирмаларҙа эшләй. Сауҙа тармағында ла, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙа ла педагогик белемле ҡыҙ һәм егеттәргә ҡараш башҡасараҡ. Уларҙың халыҡ менән матур аралашыуы, фекерләй белеүе, эшкә тиҙ өйрәнеүе өҫтөнлөккә эйә. Икенсенән, грамоталылыҡ йәһәтенән дә күптәргә өлгө булып торалар.