Яңы мәсет – ауыл күрке03.12.2011
Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында мәсет асыу тантанаһы булды.
Изге йортто төҙөүҙә барыһы ла ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән. “ПМК – Баймаҡ” йәмғиәте, ауылдың ветерандар советы, Ҡуянтау ауылынан сыҡҡан абруйлы шәхестәр һәм ауыл халҡы әүҙемлек күрһәткән. Мәсеттең имам-хатибы итеп Рәсәй Ислам университетын тамамлаусы Әхмәт Ғәлиәкбәров тәғәйенләнгән.


Вернуться назад