Республикала табиптар иҡтисад баҙарында иң кәрәкле 15 һөнәр эйәһе исемлегенә ингән. Райондарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә.
Аҡ халатлыларға айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй ҡалалары мохтажлыҡ кисерә. Тәү сиратта невролог, офтальмолог, гинекологтарға ихтыяж ҙур. Шулай уҡ кесе һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре кәрәк.