“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”25.09.2018
Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт?

Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында ишетеп-белеп торабыҙ. Шуға ла торлаҡ һатыу, алыу йәки алмаштырыу мәсьәләһе килеп сыҡһа, күптәр шөбһәләнә башлай. Нисек алданмаҫҡа? Кемгә мөрәжәғәт итергә? Минең алда ла шундай һорау килеп тыуғас, танышым риэлтор Рөстәм Хисмәтуллин менән таныштырҙы. Шулай ҙа күңел урынында түгел — бөгөнгө заманда ни генә булмай. Рөстәм эшләгән агентлыҡҡа барып, компанияның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡас, ниәт иткән эшемдең уңышлы теүәлләнәсәгенә ышандым.

Риэлтор... Тормошобоҙға күптән түгел килеп ингән был төшөнсәгә халыҡта ҡараш төрлөсә. Берәүҙәр уларҙы алдаҡсы, уғры тип нарыҡ­ларға тырышһа, икенселәр, аҡсаны умырып алалар, тип ризаһыҙлығын белдерә. Ә был һөнәр эйәләренең эше менән яҡындан танышҡандар улай тип әйтер­гә ҡабаланмаҫ. Мәҫәлән, үҙемә тәүҙә шәхси йортомдо һатырға кәрәк ине. Алырға теләгән кешенең ту­лы­һынса түләргә аҡсаһы ет­мәне, әсәлек капиталын ҡу­шырға кәрәк булды. Был мә­шәҡәт тә ярайһы белем, зи­һен талап итә. Быларҙың ба­рыһын Рөстәм үҙе атҡарҙы. Кәрәк урында компанияның юристары ярҙамға килде, документ­тарҙы ентекләп тик­шерҙеләр. Ниһайәт, йортобоҙ яңы хужалар исеменә күсе­релде.

Шул арала үҙенең мәғлү­мәт база­һынан беҙҙең күңелгә ятышлы фатирҙы һайлашҡан Рөстәм, уны юридик яҡтан тикшереп, барыһы ла яҡшы булыуын әйтте. Әммә беҙҙең дә аҡса етеңке­рәмәй, ипотека йүнләргә кәрәк. Был йәһәттән банк вәкилдәренең ойошма­ның үҙендә булыуы отошло ине. Эште улар башҡарҙы. Яңы фатирҙың документын ҡулға тотторғансы шаҡтай ваҡыт үтте, банк, нотариус кеүек ойошма тупһаларын тапарға тура килде, бихисап ҡағыҙға имза ҡуйырға тура килде. Шул мәлдә, ярай әле риэлтор яллағанмын, быны үҙем генә йырып сыға алмаҫ инем, тигән һығымтаға килдем.

— Был мәшәҡәтле эшкә нисек тотонорға булдың? — тип ҡыҙыҡһынам Рөстәмдән.

— Сараһыҙҙан, — тип яуап­ланы ул.

— Хәҙер үкенмәйһеңме?

— Юҡ. Оҡшай, өйрәндем.

Рөстәм Сибай ҡалаһында үҫә. Атаһы хәрби кеше бул­ғас, илдең төрлө төбәгендә йөрөһә лә, улына башҡорт телен өйрәтә. Мәктәптән һуң үҫмер хәрби һөнәр алырға теләһә лә, билдәле сәбәптәр арҡаһында хыялы бойомға ашмай. БДУ-ның Сибай институтындағы юридик факультетҡа уҡырға инә. Студент йылдарында Гөлнара исемле һылыу менән ғаилә ҡороп, бер юлы эшләргә лә өлгөрә. Диплом алғас, ситтән тороп иҡтисад белгеслегенә эйә була. Унан һуң институтта иҡтисадсы, бухгалтер вазифаларын башҡара.

— Бер ваҡыт шөғөлөм күңелемә тыныслыҡ бирмәй башланы, — тип һүҙен дауам итә Рөстәм. — Отчеттарҙы өйгә лә алып ҡайтырға тура килә торғайны. Хатта ғаилә менән иркенләп ял итергә форсат теймәй, хеҙмәт хаҡы аҙ. Дуҫым менән икәүләп һөйләштек тә, шәхси эше­беҙҙе асып, Сибай мәктәп­тәренә, балалар баҡса­ла­рына кислород коктейлдәре һәм аҙыҡ-түлек ташый башланыҡ. Иң ҡыуандырғаны — үҙебеҙ өсөн ваҡыт етерлек, ҡулға арыу ғына аҡса төшә. Был беҙҙе дәрт­ләндерҙе. Тимәк, дәүләт эшенә генә йәбешеп ятмаҫҡа, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа кәрәк.
Бер нисә йылдан Рөстәм ғаиләһе менән Өфөгә күсенә. Тәүҙә “Тойота” автосалонында эш башлаған егет бында ике-өс ай йөрөгәндән һуң йәнә бер нисә урында үҙен һынап ҡарай.

— Бер мәл урамда дуҫым осраны ла үҙе эшләгән компанияға саҡырҙы. Был 2013 йыл ине, — ти Рөстәм. — Әлбиттә, компания тәүҙә уҡытты, эш алымдарын, кеше менән нисек аралашырға өйрәтте, һуңынан имтихан бирҙем. Билдәле, закондар үҙгәреп тора, шуға ла беҙҙә даими курстар үткәрелә.

— Аңлауымса, һин эшең­дән ҡәнәғәт, хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт. Уңышлы риэлтор булыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?

— Һәр эштәге кеүек, кеше менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу мөһим. Теге йәки был фатирҙы тиҙерәк һатыу өсөн тырышып, ялғанға барһаң, мутлығың барыбер асы­ласаҡ. Шуға ла һәр кеше менән ихлас, нисек бар, шулай аралашырға кәрәк. Ә тәжрибә эшләй-эшләй туплана. Йәнә был шөғөл күңелгә ятырға тейеш, ғаиләңдең һине аңлауы ла кәрәк. Күп ваҡытта ял көндәрендә лә һуңға тиклем эшләйбеҙ, сөнки ҡайһы бер клиенттар көндөҙ бушамай, хеҙмәт урынынан китеү мөмкинлеге юҡ.

— Яңы төҙөлгән йорттан фатир алып, хатта тиҫтә йылдар асҡысын ала алма­ған­дарҙы күреп-белеп торабыҙ. Ундай төҙөүселәрҙән нисек алданмаҫҡа?

— Күп ойошмалар халыҡ­ты йәлеп итеү өсөн акциялар иғлан итә. Имеш, арзан, тап шул мәлдә алып ҡалһа, отасаҡ. Баҡтиһәң, бының сере лә бар. Аҡсаһы бул­маған ойошмалар бәғзе бе­рәүҙәр бер нисә фатир һатып алғас ҡына йортто төҙөй башлай, финанс хәле насарлан­һа, тағы туҡтап ҡала. Беҙ, профессиональ команда бу­лараҡ, уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында барлыҡ мәғлүмәтте туплайбыҙ. Шуға ла килеп, “фәлән йорттан фатир алабыҙ” тигәндәргә, әгәр ул шикле булһа, ҡабаланмаҫҡа өндәйбеҙ, мәсьәләнең айышын аңлатабыҙ. Тап шуға ла фатир алырға йәки һатырға теләгәндәр беҙҙең кеүек профессионалдар эшләгән компанияларға мөрәжәғәт итһә, үҙҙәрен төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡаласаҡ.

— Теләгән кеше риэлтор була аламы?

— Әлбиттә. Теләк кенә булһын. Бик ҡыҙыҡлы һөнәр ул.


Вернуться назад