Иң изге төшөнсәгә ҡарата фекер үҙгәрәме?
Нимә ул бәхет? Кемдер был һорауға ғүмер буйы уйлап, эҙләнеп тә яуап таба алмай. Әммә беҙ уның алтын да, биткоин да түгеллеген, миллион һумдар менән дә үлсәнмәгәнлеген яҡшы беләбеҙ. Ул — кешенең эске тойғоһо, бары йылы ғаилә мөнәсәбәттәре, бер-береңә һөйөү аша тыуған ҡиммәт...
2018 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһында Указға ҡул ҡуйғанда республика Башлығы: “Беҙ ғаилә аша үҙебеҙгә кәрәкле мәҙәниәт элементтарын да, традицияларын да, телде лә, белемде лә һәм башҡаһын да тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Быларҙың бөтәһе лә — ғаилә. Башҡа рецепттар юҡ”, — тигәйне.
Хәйер, һәр йылды Ғаилә йылы тип атаһаң да, артыҡ булмаҫ ине, сөнки уның әһәмиәтен дәүләт тарафынан күрһәтелгән төрлө ярҙам сараларына, пособиеларҙы арттырыуға ғына ҡайтарып ҡалдырыу аҙ. Иң мөһиме — күп ҡиммәттәребеҙ арзанайып юҡҡа сыҡҡан осорҙа, илебеҙ демографик көрсөккә килеп терәлгәндә иғтибарҙы дәүләтебеҙҙең тотороҡлолоғон, ҡеүәтен, нигеҙен тәшкил иткән ғаилә институтына йүнәлтеү.
Бөгөн “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеүҙә һүҙ үҙенсәлекле ғаилә мөхите, үҫеш ҡанундары хаҡында барасаҡ. Ҡорға саҡырылған ҡунаҡтарҙың төрлө йәштә, төрлө һөнәр эйәләре, төрлө статуста булыуына ҡарамаҫтан, маҡсат бер — ғаилә мөнәсәбәттәрен үҫтереү, уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү. Өҫтәүенә ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ логикаһының һәр саҡта ла ярашып бөтмәүен, өлкән һәм йәш быуындың бер мәсьәләгә төрлө яҡлап ҡарауын да күрербеҙ.
Ҡунаҡтар менән танышайыҡ: Рауил Талип улы Насибуллин, социология фәндәре докторы, профессор; Рита Ринат ҡыҙы Ишмөхәмәтова, Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Ғаилә сәйәсәте идаралығы бүлеге баш белгесе; Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданова, философия фәндәре докторы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, өс бала әсәһе; Светлана Сөләймәнова, журналист, өс бала әсәһе; Руслан Азат улы Булатов, Әлмир Ирек улы Фәтихов, Александр Владимирович Праведников — социология фәндәре кандидаттары.
– Беҙ барыбыҙ ҙа – ғаиләнән. Ул – башланғыстарҙың башланғысы, донъяуи ҡиммәттәргә нигеҙ һалына торған урын. Былтыр республикала ғаилә мәсьәләләре менән шөғөлләнгән махсус ведомство барлыҡҡа килде. Бер йыл эсендә ниндәйҙер һөҙөмтә тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкинме?
Рита ИШМӨХӘМӘТОВА: Эйе, бынан тап бер йыл элек, 2017 йылдың авгусында, республика Башлығы Указы менән Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тип үҙгәртелде, ведомствоға яңы бурыстар йөкмәтелде. Ошонан сығып, Ғаилә сәйәсәте идаралығының ғаиләне оҙатыу һәм социаль иҫкәртеү бүлеге булдырылды.
Әлеге ваҡытта республиканың һәр ҡалаһы һәм районы өсөн белгестәр социаль паспорттар булдырҙы, ундағы мәғлүмәт урындағы ғаилә сәйәсәтен сағылдыра. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә был йүнәлеш буйынса бихисап проблема ла асыҡланды, ошо йәһәттән юл карталары, мәсьәләне хәл итеү өсөн хакимиәт башлыҡтары менән килешеүҙәр төҙөлдө.
Ғаилә институтының төп йүнәлештәрен фәнни йәһәттән дә нигеҙләү мөһим. Башҡортостандың Юстиция буйынса комитеты белгестәре менән берлектә халыҡтың репродуктив маҡсаты һәм никах йәһәтенән үҙ-үҙен тотошо буйынса социологик тикшеренеү үткәрҙек. Тиҙҙән ошондай уҡ сара республиканың Фәндәр академияһы менән дә ойоштороласаҡ. Былар 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт ғаилә сәйәсәте концепцияһына ярашлы эшләнә. Уның этабы 2019 йылда башланасаҡ. Әйткәндәй, ошо осорҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй Ғаилә форумы ла үтәсәк.
– Әммә ябай ғаиләләр көндәлек тормошта дәүләт концепцияһынан ифрат йыраҡ тора түгелме? Уларҙы күберәк көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләү, балаларҙы ашатыу-кейендереү, уларға лайыҡлы белем биреү кеүек мәсьәләләр борсойҙор, моғайын.
Рита ИШМӨХӘМӘТОВА: Дәүләт яҡлауҙың стратегик яғын хәстәрләй, ә ғаилә тормошон үҙ мөмкинлегенән сығып ҡора. Мәҫәлән, әсәлек капиталын алайыҡ. Бәғзеләр “аҡса өсөн бала табырғамы?” тигән һорауҙы бирер. Минеңсә, баланы табыу түгел, үҫтереү-тәрбиәләү ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген аңлаған, мөмкинлектәрен лайыҡлы баһалаған кешеләр аҡса тураһында уйламай, ә нәҫелде дауам итеү, лайыҡлы алмаш әҙерләү, балаларында донъя йәмен күреү кеүек ҡиммәттәргә таянып эш итә. Шул уҡ ваҡытта бер генә ғаилә лә әсәлек капиталынан баш тартмаясаҡ – ғаилә ҡаҙнаһы өсөн был һиҙелерлек ярҙам.
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА: Ишле ғаиләләргә ярҙам итеү тураһында һүҙ алып барғанда, минеңсә, тағы шуға ла иғтибар итергә кәрәк: белем биреү һәм медицина хеҙмәттәрен түләүле итеү сикләнергә тейеш. Дөйөм белем биреү мәктәптәренә түләүле дәрестәр, түңәрәк-секциялар индереү йәмғиәттә социаль һәм психологик тигеҙһеҙлек тыуҙыра. Ғаиләләр “йә һан, йә сифат” тигән һайлау алдында ҡала. Минеңсә, “платный” һүҙе һәр саҡ “блатной” менән йәнәш йөрөй. Тимәк, түләп уҡый алмағандар өҫтәмә белем алыуҙа ғына түгел, мөнәсәбәттәрҙә лә үҙҙәрен кәм күрә. Һөҙөмтәлә күп бала тәрбиәләү ҙур сығым талап иткән ауыр йөккә әйләнә. Мәғариф һәм медицина системаһы балалар өсөн тигеҙ булырға тейеш. Йәғни дәүләт балаларға түләмәгән хәлдә лә, уларҙың үҙҙәренән түләттермәһен ине.
— Һаулыҡ һаҡлауға миллиондарса аҡса бүленә, ғаиләләргә бығаса булмаған күләмдә пособиелар бирелә. Тик ни өсөндөр ғаиләне хәстәрләү буйынса күрелгән саралар үҙен аҡламай — тыуым артмай. Һеҙҙең күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрегеҙ ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә алдымы?
Рауил НАСИБУЛЛИН: 2015 йылда беҙгә, социология фәне эшмәкәрҙәренә, ошо йүнәлештә етди тикшеренеү үткәреү буйынса Хөкүмәт тарафынан ҙур бурыс йөкмәтелде. Һәр дәүләт өсөн тыуымдың, демографик хәлдең иң мөһим күрһәткестең береһе икәнен яҡшы беләбеҙ. Рәсәйҙә, үлем кимәле менән сағыштырғанда яңы тыуған сабыйҙар һаны һаман да элеккесә — артмай. Һуңғы 23 йылда тәбиғи артым бары 2013 – 2015 йылдарҙа ғына күҙәтелде, уныһы ла артыҡ иҫ китерлек ҙур түгел.
Ошондай шарттарҙа глобаль проблеманы үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап өйрәнеү, фекер туплау мөмкин түгеллеген аңлап, демографик мәсьәләләргә арналған халыҡ-ара конференция үткәреүебеҙ бушҡа булманы. Былтыр республикабыҙҙың 12 төбәгендә (Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Баҡалы, Ишембай, Салауат, Ғафури, Әлшәй, Мишкә, Шаран, Туймазы райондарында һәм Өфө ҡалаһында) халыҡтың төрлө ҡатламы менән осрашып, тормош шарттары, йәшәү рәүеше, кәйефе менән яҡындан танышып, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләнек. Себергә эшкә йөрөгәндәр, бала көткән ҡатындар, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар менән айырым-айырым әңгәмә ҡорҙоҡ. Һәр кем үҙ күҙлегенән, йәшәү шартынан сығып фекер йөрөттө. Илдә демографик хәл яҡшырһын өсөн, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ғаиләлә ике бала булыуы шарт. Бөгөн был күрһәткес — 1,7. Ҡалала ла, ауылда ла тыуым моделе берҙәй.
— Шул тиклем ҡоласлы тикшеренеүҙәр алып барып, төп һорауға яуап тапмай ҡалмағанһығыҙҙыр...
Рауил НАСИБУЛЛИН: Эйе, уртаҡ фекергә киленде: халыҡты ярлылыҡтан сығармайынса, тыуымды арттырыу хаҡында хыялланырға ла ярамай. Эшләгән кеше ярлылыҡ зонаһында булмаҫҡа тейеш. Дәүләт тарафынан күрһәтелгән адреслы ярҙам бик кәрәк, әммә ул ғына ныҡлы үҙгәрештәргә алып килә алмай. Эш кешеһе хәйер түгел, ә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға тейеш. Табышты ғына үҙмаҡсат итеп ҡуйған предприятие хужалары кеше тураһында уйлай белмәй, ҡул аҫтындағыларҙың сәләмәтлеген хәстәрләүҙе лә үҙ бурысы тип иҫәпләмәй. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә, мәҫәлән, вахта менән эшләү срогы сикле, ни өсөн тигәндә, улар һаулыҡҡа төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килеү ихтималлығын иҫтә тота, закон нигеҙендә эш оҙайлығы көйләнгән. Беҙҙә һуңғы осорҙа эшселәр мәнфәғәтен яҡлаған ниндәй закондар сыҡҡанын хәтерләмәйем дә әле.
– Белеүебеҙсә, быйылғы ғинуарҙан республикала балалы ғаиләләрҙе яҡлау йәһәтенән ике яңылыҡ өҫтәлде. Туғыҙ мең һум самаһы булған был пособиелар хаҡында халыҡ хәбәрҙармы, уны юллаусылар бармы?
Рита ИШМӨХӘМӘТОВА: Һүҙ 2018 йылда тыуған (уллыҡҡа алынған) беренсе бала өсөн ай һайын түләнә торған пособие (күләме – 8892 һум) һәм быйыл өсөнсө йә унан һуңғы булып тыуған бала өсөн айлыҡ түләү (8993 һум) хаҡында бара.
Унан тыш, әле ғаиләлә икенсе йәки өсөнсө бала тыуһа, ипотека ставкаһын түбәнәйтеү; әсәлек капиталы программаһын 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү; балалар поликлиникаларын йыһазландырыу; балалар баҡсаларына сиратты кәметеү кеүек саралар ҙа ғаиләләрҙе социаль яҡлау йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса.
Икенсе пособие беҙҙең төбәкте өсөнсө йә унан һуңғы булып тыуған балаларға айлыҡ түләү өсөн федераль ҡаҙнанан субсидия алғандар исемлегенә индергәндән һуң барлыҡҡа килде. 17 авгусҡа тиклем быйыл тыуған (уллыҡҡа алынған) беренсе бала өсөн пособиены 2 900 ғаилә юллаған (республикала беренсе балаһы тыуған һәр өсөнсө ғаилә). Өсөнсө йә унан һуңғы булып тыуған балаларға айлыҡ түләүҙе иһә 2600 ғаилә ала (ошо категорияларға ҡараған һәр икенсе ғаилә). 7,5 ай эсендә ошо ике йүнәлештәге дөйөм түләүҙәрҙең күләме 262 миллион һум тәшкил иткән. Әйткәндәй, йылдың ете айында республикала 10 668 тәүге бала, 5860 өсөнсө һәм унан һуңғы бала донъяға килгән.
Ҡыҫҡаһы, һуңғы аныҡ сараларға килгәндә, власть органдары әсәлеккә һәм балалыҡҡа бәйле пособиелар түләү системаһын камиллаштырыуҙы дауам итә.
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА: Үрҙә телгә алынған пособиеларҙан тыш, һәр балаға түләнә торған минималь пособие ла бар бит әле. Уны юллау түгел, күләмен дә белмәгән ғаиләләр етерлек. Ни өсөн? Сөнки юллау ныҡ мәшәҡәтле. Мәҫәлән, ауыл халҡына бының өсөн ҡалаға йәки район үҙәгендәге инстанцияларға йөрөргә кәрәк. Ул документтар артынан бер тапҡыр ғына барыу мөмкин түгел. Бер инстанция дүшәмбе эшләй, икенсеһе — кесаҙна, өсөнсөһө сикле сәғәттәрҙә генә ҡабул итә. Бер ҡағыҙҙы юллағансы, икенсеһе ғәмәлдән сыға, бәғзе белешмәләр түләүле. Йөрөп-йөрөп юллай алмағандар ҙа бихисап.
Ошо мәшәҡәттәр сәбәпле ҡул һелтәгәндәрҙе иҫәпкә алһаҡ, күпме аҡса адресатына етмәй ҡала! Мәҫәлән, минең өс бала, һәр ҡайһыһына 223 һум 50 тиндән иҫәпләһәк, ай һайын 750 һум тирәһе аҡсабыҙ ҡаҙнаға инмәй. Бөгөн — интернет заманы, бөтә мәғлүмәттәр инстанцияларҙа күренеп тора. Шулай булғас, ябай халыҡты йонсотмай ғына бөтәһен дә компьютер аша хәл итеү мөмкин түгелме икән?!
Александр ПРАВЕДНИКОВ: Һеҙ барығыҙ ҙа хаҡлы, әммә ғаилә тормошонда бөтә мәсьәләне пособие түләүгә генә ҡайтарып ҡалдырыуға ҡырҡа ҡаршымын. Элек балалар эшсе ҡул, ҡартлыҡта терәк булһа, хәҙер хәл тамырынан үҙгәрҙе: күп ғаиләләр өсөн бер бала ла — зиннәт. Уны мәктәпкә әҙерләүҙең генә лә күпмегә төшөүен ата-әсә яҡшы белә. Ә иҡтисад аҡһай, ябай халыҡтың килеме аҙ. Был осраҡта бер пособиеға ғына бала-саға тәрбиәләү мөмкин түгел.
Әгәр ҙә беҙ ғаилә хәлен тамырынан яҡшыртырға, тыуымды арттырырға теләйбеҙ икән, кеше үҙе эшләп аҡса тапһын өсөн мөмкинлек тыуҙырырға тейешбеҙ. Ғөмүмән, гел генә дәүләттән ярҙам көтөү кеше елкәһендә йәшәү уйын көсәйтә генә. Күреп тораһығыҙ, әсәлек капиталы ла күп балалы ғаиләләр институтын тергеҙә алманы. Дөрөҫөн әйткәндә, элекке кеүек ғаиләлә кәм тигәндә һигеҙ-туғыҙ бала тәрбиәләүгә әйләнеп ҡайтыу мөмкин түгел. Күп балалыҡ — һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш. Тимәк, бала үҫтергән һәр ғаиләнең көндән-көн яҡшыраҡ йәшәүе өсөн уңайлы мөхит, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урыны булдырыу шарт.
Руслан БУЛАТОВ: Тормош сифатын яҡшыртыу тигәндән беҙ иң тәүҙә йәшәү өсөн уңайлы, иркен фатирҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ысынлап та, торлаҡтың юҡлығы йә иһә уның ҡыҫынҡы булыуы тыуымға ла йоғонто яһай. Күп яҡлы тикшеренеүҙәрҙән сығып, торлаҡ менән тәьмин ителгәнлек тәбиғи рәүештә ғаиләләге бала һанына бәйле тип әйтә алам, әммә был туранан-тура сәбәп тип иҫәпләп булмай. Эйе, тейешле уңайлыҡтары булмаған бәләкәй майҙанда атай-әсәй бер генә бала тәрбиәләү менән сикләнеүҙе хуп күрә, әммә ошондай уҡ шарттарҙа ишле ғаиләләрҙең байтаҡ өлөшө (19,3%) йәшәй бит. Шулай уҡ торлаҡ майҙанын арттырған һайын күп балалы ғаиләләр ҙә ишәймәй. Тимәк, матди шарттар һәм репродуктив ниәт араһында тығыҙ бәйләнеш тә юҡ. Һығымта шул: сифатлы торлаҡ кеше өсөн бик кәрәк, ләкин ул бала табыуға ихтыяж тыуҙырмай.
Әлмир ФӘТИХОВ: Беҙ бөгөн фекер алышҡан тема бөтә ил проблемаларына ҡағыла. Минең йәштәштәрем, таныш-тоноштарым ғаиләһендә лә бала һаны берәүҙән артмай, ҡайһылары “беҙ әле үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ” тип сабый тәрбиәләүҙе артҡы планға күсерә. Сәбәбен иҡтисади мәсьәләләргә, тормош сифатына ҡайтарып ҡалдырыу ғына дөрөҫ булмаҫ. Руслан Азат улының һүҙен ҡеүәтләп, бер миҫал килтерәм. Яңыраҡ бергә уҡыған курсташтарым менән осрашып, күңел астыҡ, хәл-әхүәл белештек. Төркөмөбөҙҙәге 25 ҡыҙҙың 15-е ете йыл эсендә тәүге никахын тарҡатып, икенсе тапҡыр тормошҡа сығып өлгөргән. Кемдер никахын рәсмиләштергән, кемдер — юҡ. Бала табыу әлегә уларҙы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай.
— Ғалимдар һүҙ сыҡҡан һайын хәҙерге заман ғаиләһенең моделе үҙгәреүен билдәләй. Ул никах, тыуым мәсьәләләренә ниндәй йоғонто яһай?
Әлмир ФӘТИХОВ: Хәҙерге заман ғаиләһе үҫешендәге төп үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмайынса, ғаилә, никах, тыуым мәсьәләләре тураһында төплө һүҙ йөрөтөү икеле.
Беренсенән, әсәлектең тотороҡло “өлкәнәйеүе”н күрәбеҙ. Республикабыҙҙа тәүге сабыйын тапҡан ҡатындарҙың уртаса йәше 25 йәштән юғары. Тәүге балаларын утыҙҙан һуң тапҡан әсәләр ҙә арта. Һуңғы осорҙа тыуымдың күтәрелеүе икенсе-өсөнсө балаларҙың артыуы иҫәбенә өлкән йәш төркөмө өлөшөнә тура килде.
Тәүге баланы ҡасан табыу яҡшыраҡ тигән һорауға аныҡ яуап юҡ. Һорау алыуҙарҙан шуны асыҡланыҡ: күпселек (46,1%) тәүге сабыйҙы 25—29 йәштә табыуҙың мөһимлеген раҫларға тырышты. Айырыуса ир-ат ошо фекерҙе яҡлай.
Икенсенән, ғаиләлә бала һанының кәмеүе. Социологик һорау алыуҙарҙа ҡатнашҡан йәштәр үҙҙәренең репродуктив ниәттәрен социаль, иҡтисади проблемалар арҡаһында тотҡарлауын белдерҙе. Мәҫәлән, уларҙың 32,1 проценты өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүҙе планлаштыра, ә йәшәү өсөн бөтә тейешле шарттар булғанда, йәштәрҙең 46 проценттан ашыуы күп балалы ғаилә статусын алырға теләген белдерҙе.
Өсөнсөнән, тәүге тапҡыр никахҡа ингәндәрҙең йәше лә “өлкәнәйә” бара. Хәҙерге ваҡытта ул ҡатын-ҡыҙ өсөн — 26, ә ир-ат өсөн 28 йәштән ашыу тәшкил итә. Көнбайыштан килгән “мода” беҙҙә, шулай итеп, ныҡлы тамыр ебәрҙе. Был хәл, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙың, кейәүгә сығыуҙы артҡараҡ күсереп, ирҙәр менән бер рәттән карьера үренә күтәрелеү, матди именлек һәм тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүгә ынтылышына бәйле.
Руслан БУЛАТОВ: Халыҡтың тәбиғи кәмеүе бер беҙҙең илгә генә хас күренеш түгел. Шуға күрә һәр дәүләт уның кире яҡтарын йомшартыу өсөн төрлө саралар күрергә тырыша. Беҙҙең илдә лә улар байтаҡ. Мәҫәлән, әсәлек капиталы — иң тәьҫирлеһе, ғаилә парҙарының репродуктив маҡсатына йоғонто яһай торған сара.
Ғөмүмән, демографияла, бер ҡатын һәйбәт шарттарҙа уртаса 12 сабыйға тормош бүләк итергә һәләтле, тигән фекер бар. Хәҙерге ваҡытта күпселек парҙар бер-ике бала тәрбиәләү менән генә сикләнә (тәбиғи максимумдың 15 проценты), был быуындар алмашыныуы өсөн дә етерлек түгел.
Беҙ статистика мәғлүмәтенә, һандарға таянып эш итәбеҙ. Тикшеренеүҙәрҙән шуны асыҡланыҡ: 30 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә респонденттарҙың яртыһы — балаһыҙ, урта йәштәгеләр төркөмөндә (30 – 39 йәштә) ундайҙар һаны 22 процент тәшкил итте. 55 йәштәгеләрҙең дүрт проценты шулай уҡ түлһеҙ йәки бер ҡасан да никахҡа инмәгән. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 51,5 проценты — ике, 30,9 проценты — бер, 13,9 проценты өс балаға атай-әсәй булып сыҡты.
Ауылда ишле ғаиләләр өлөшө юғарыраҡ булһа ла, бында ла ике балалы ғаилә моделе өҫтөнлөк итә.
— Хәҙерге заман йәштәре үҙҙәрен ирекле тойорға, үҙаллылыҡ яуларға, бер кемгә лә буйһонмаҫҡа ынтыла. Был шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә лә яҡшы сағыла. Гражданлыҡ никахтарын күҙ уңында тотоп әйтеүем. Социологтар был хаҡта нимә уйлай?
Рауил НАСИБУЛЛИН: Йәштәр үҙҙәре өсөн уның байтаҡ ыңғай яғын күрә. Әммә юриспруденция һәм психология күҙлегенән ҡарағанда, ул теркәлгән ғаилә мөнәсәбәттәренән күпкә ҡайтыш. Ҡайһы берәүҙәрҙе даими йөкләмәләрҙең юҡлығы, бер-береңде һынау, никахты еңел тарҡатыу мөмкинлеге ошо аҙымға этәрә. Кире яҡтары, әлбиттә, күберәк. Яуаплылыҡтың булмауы тулы ҡиммәтле мөнәсәбәт ҡороуға ҡамасаулай. Әгәр ҙә берең ауырып китһә йә эшен юғалтһа, сабый донъяға килһә, икенсе “яртың”дың һиңә терәк булырына ышаныс бармы? Мөлкәт йыйыу, кредит алыу, оҙайлы пландар ҡороу тураһында уйларға ла ярамай. Теркәлгән никах ике йәш кешенең теләктәр берлеге хаҡында һөйләһә, гражданлыҡ никахына ышанысһыҙлыҡ, билдәһеҙлек хас. Шуға күрә лә уларҙың күбеһе тарҡала. Был никахта йәшәгән ҡатын-ҡыҙ — ирҙә түгел, ә ир-ат буйҙаҡ һанала. Шулай булғас, тыуым нисек артһын?
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА: Ғаилә ҡороу мәсьәләһе, ысынлап та, көнүҙәк. Егеттәр өйләнергә ашыҡмай, ә ҡыҙҙар тәүҙә карьера эшләү маҡсатын ҡуя, аҙаҡ лайыҡлы пар таба алмай. Ир-аттың өйләнергә ашыҡмауына йыш осраҡта түбән эш хаҡы, ғаиләне тәьмин итә алмау шиге сәбәпсе булһа, ҡыҙҙарҙа, киреһенсә, талапты юғары ҡуйыу маҡсаты күҙәтелә. Шулай уҡ яуаплы, аҡыллы ҡыҙҙарҙың яңғыҙ ҡалыу осраҡтары йышая.
Ысынлап та, күп кенә йәштәр хәҙер никахһыҙ йәшәүҙе, йәғни “йәшәп ҡарау”ҙы, ғәҙәткә индерҙе. Был күренеш ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау йәһәтенән ифрат зыянлы, тип иҫәпләйем, сөнки ул тәү сиратта яуаплылыҡ тойғоһонан азат итә.
Ғөмүмән, никахһыҙ йәшәү “бер кем бер кемгә бурыслы түгел” тигән принципҡа нигеҙләнә. Бындай ғаиләләрҙә йыш осраҡта бала табыу кисектерелә, һаулыҡ йәһәтенән бихисап проблема түлһеҙлек ихтималлығы менән әйләнеп ҡайта. Ғаилә бөтә яҡтан уйланылған, яуаплылыҡҡа нигеҙләнгән ҡәҙерле, ҡиммәтле байлыҡ булырға тейеш.
Гүзәл ВИЛДАНОВА: Был — бик күп яҡлы, бер-береһенә бәйле проблемалар. Йәмғиәттә өйләнеүгә ҡараш үҙгәрә, уның йәше лә арта. Һуңға ҡалып өйләнеүҙең үҙ сәбәптәре бар: иң мөһимдәренең береһе – иҡтисади. Эш юҡлығы, йәшәргә урын булмауы, ипотека проценттарының юғарылығы йәштәрҙең өйләнешеүен кисектерә бара.
Студенттар менән аралашҡанға, уларҙың уй-фекерҙәре, донъяға ҡараштары менән яҡшы танышмын. Шул уҡ ваҡытта уларға кешелеккә хас ҡиммәттәрҙе аңлатыу өсөн уҡытыусы үҙе шул тормошто алып барырға тейеш, йәғни булмышы менән тәрбиәләүе шарт. Халыҡ әйтмешләй, йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә.
– Һеҙҙеңсә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән ниндәй саралар күрелеүе шарт? Мәҫәлән, Белоруссияла атайҙарға түләүһеҙ 14 көнлөк декрет ялы бирелеүен ишетеп хайран ҡалдыҡ. Быға ҡарашығыҙ нисек?
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА: Белоруссиялағы ул закон бер ҡулың менән биреп, икенсеһе менән алыуға тиң. Әле генә бала тыуған ғаиләлә атайҙы ниңә 14 көнгә аҡсаһыҙ ҡалдырырға? Ғөмүмән, йәшәйештең ныҡлығын тәьмин итеү өсөн атайҙарҙың абруйын күтәрергә кәрәк. Беҙҙең илдә иһә уларға бер ниндәй ҙә ташлама юҡ. Асылда ғаилә алдындағы иң оло яуаплылыҡ атайҙар иңендә бит. Бала тыуғас, уның эш хаҡына ниндәйҙер өҫтәмәләр индерелһә йәки ипотека проценттары кәметелһә, йәки “атайлыҡ капиталы” кеүек программа булдырылһа, ир-егеттең кәйефе күтәрелмәҫ инеме ни? Йәмғиәттә атай абруйын күтәрмәй тороп, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мөмкин түгел.
Александр ПРАВЕДНИКОВ: Атайҙарҙың сабыйҙарҙы тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен нығытыу тураһында һүҙ һөйләп йәки хыял йөрөтөп кенә хәлде үҙгәртеп булмай. Уларҙың атайлыҡ тойғоһон уятыу, яңы ролдә һынауҙы үтеүе өсөн, ваҡыттан тыш, ҡанундарға үҙгәрештәр индереү тәьҫирле булыр ине. Мәҫәлән, Дания, Норвегия илдәрендә атайҙар сабый тыуған көндән башлап тәрбиә эшендә әсәй менән бер рәттән ҡатнаша. Закон буйынса улар мотлаҡ өс ай сабый менән өйҙә ултырырға, тулыһынса түләүле декрет аҡсаһы алырға хоҡуҡлы. Баҡсаға баланы һигеҙ айҙан башлап ҡабул итәләр, өҫтәүенә түләү бик арзанға төшә. Шулай булғас, бөгөн Норвегияның Европа халҡын арттырған берҙән-бер ил булыуына ғәжәпләнәһе лә түгел. Һәр ғаиләлә мотлаҡ ике-өс бала!
Һуңғы осорҙа беҙҙә лә йәш атайҙарҙың тәрбиәгә ылығыуы һиҙелә, сабыйҙарын эйәртеп төрлө сараларға, театр-киноларға, хатта мәктәп йыйылыштарына йөрөйҙәр. Элегерәк сабыйын күтәреп йөрөргә тартынған атайҙар ҙа була торғайны, хәтерегеҙҙәме? Хәҙер бер үҙе коляска этеп, саф һауала йөрөгән ирҙәр бихисап. Кәйефте күтәрерлек хәл!
Рита ИШМӨХӘМӘТОВА: Йәмғиәттә ифрат ҡалыплашҡан ҡараш йәшәй: махсуслашҡан ведомстволар фәҡәт проблемалы ғаиләләр менән генә шөғөлләнә, уларға ярҙам күрһәтә. Беҙҙә инсафлы, аҡыллы балалар тәрбиәләгән матур, татыу ғаиләләр үҙ тормошо менән йәшәй бирә, нимәлер булдыра, уңыштарға өлгәшә, аҡсаһын да таба... Улар, ауырлыҡтары булһа ла, зарланып йөрөмәй, хәл итеү юлдарын үҙҙәре табырға тырыша. Ә проблемалы ғаиләләр – дәүләт күҙәтеүе аҫтында.
Матур ғаиләләр ҙә дәүләт хәстәрен тойоп йәшәргә тейеш! Беҙҙең министрлыҡта булдырылған яңы йүнәлеш тап ошоно тәүмаҡсат итеп ҡуя. Бигерәк тә быйыл, Ғаилә йылы айҡанлы, бихисап яңы сара тормошҡа ашырыла. Күптән түгел асылған ата-әсәгә бушлай психологик ярҙам күрһәтеү телефон бәйләнеше; төрлө акцияларҙы берләштергән “Ғаилә аҙнаһы”; ике йәки өс игеҙәктәре тыуғандарға матди ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған “Изгелек бумерангы”; Халыҡ-ара ғаилә көнөндә бер сәғәткә эш көнөн ҡыҫҡартыу; “Ата-әсәңә шылтырат!”, “Беҙ Ғаилә йылында өйләнештек!” һәм башҡа сараларҙың барыһы ла йәмғиәттә изге ҡиммәттәрҙе нығытыу өсөн булдырылған.
Унан тыш, Ғаилә порталы эшләй, был сайтта ата-әсәләр һәм балалар төрлө йүнәлештәге мәғлүмәткә эйә була ала. II Республика ата-әсәләр форумы ла йәмғиәттә резонанс тыуҙырҙы, уға ярашлы төрлө акциялар, оҫтаханалар, осрашыуҙар ойошторолдо.
– Тағы бер яңылыҡ – урындағы ЗАГС-тарҙағы медиаторҙар бүлеге — хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Рита ИШМӨХӘМӘТОВА: Эйе, республиканың район-ара ете ЗАГС бүлегендә ярашыу бүлмәләре асылды. Бында айырылышыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр менән махсус белгестәр – медиаторҙар эшләйәсәк. Уларҙың маҡсаты – айырылышыу сәбәптәрен асыҡлау, ғаиләне һаҡлап ҡалырға ярҙам итеү. Ғәҙәттә, ир йәки ҡатын айырылышыу тураһындағы ҡарарҙы ҡыҙыулыҡ менән ҡабул итеүсән. Ошо тойғолар уларҙы судҡа алып барып еткерә. Ә медиаторҙар ир һәм ҡатын менән һөйләшеп, психологик ярҙам күрһәтеп, уларҙы яраштырырға тейеш.
Был ғәмәл тураһында халыҡ әлегә бик белеп тә бөтмәй, шул уҡ ваҡытта беҙҙең холоҡ-фиғел дә кемгәлер барып, асыҡтан-асыҡ кәңәшләшеүҙе үҙ итмәй. Шулай ҙа башланғыс йәмғиәт тарафынан ыңғай ҡабул ителер, тип уйлайым.
Гүзәл ВИЛДАНОВА: Әлбиттә, бер яҡтан, ғаилә проблемаларына рәсми кимәлдә шундай иғтибар булыуы шатландыра. Шәхсән үҙемә килгәндә, мәҫәлән, медиаторҙар тураһында тәүгә ишетәм. Ведомство үҙ эшмәкәрлеген рәсми сайтта ғына түгел, ә социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙемләштерһен, иғтибар йүнәлтерлек итеп алып барһын ине.
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА: Айырылышыуға ғариза яҙыу йыш осраҡта эмоциональ нигеҙҙә, йәғни бер-береһе менән еңешеү, ғорурлыҡ, тәкәбберлек, ҡыҙыулыҡ нигеҙендә атҡарыла, уйлап хәл итеүгә урын ҡалмай. Асыу – алдан, аҡыл – арттан, ти бит халҡыбыҙ. Күптәр өйөндәге сүпте тышҡа сығармаҫҡа, кешегә белдермәҫкә тырыша. Ошо йәһәттән ЗАГС-тарҙа медиаторҙар бүлеге ойоштороу ниндәйҙер кимәлдә ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә алыр кеүек.
Әгәр инде проблемалар үтә тәрәнәйгән икән, мәҫәлән, береһе икенсе ғаилә ҡороп өлгөрһә йәки бергә йәшәү балалар һәм ғаилә өсөн хәүефкә әйләнһә (ҡул күтәреү, эскелек һ.б), ул саҡта психологтар ғына ярҙам итә алмайҙыр.
— Фекерҙәр төрлө-төрлө, тормоштоң үҙе кеүек ҡатлаулы ла, ҡапма-ҡаршылыҡлы ла булды. Шулай ҙа ысын мәғәнәһендәге бәхетле ғаилә ниндәй ул?
Руслан БУЛАТОВ: Ысын мәғәнәлә бәхетле ғаилә — ул рәсми теркәлгән никах, иҫтә ҡалырлыҡ туй, бер-береңә биргән анттар, киләсәккә пландар, күркәм йолалар, туған-ырыу мөнәсәбәттәре...
Александр ПРАВЕДНИКОВ: Барынан да элек — ышаныс һәм мөхәббәт!
Әлмир ФӘТИХОВ: Барығыҙ менән дә килешәм. Тыуымды дәртләндергән финанс саралары, һис шикһеҙ, ғаиләнең тотороҡло, имен булыуына йоғонто яһамай ҡалмаҫ. Халыҡ менән әңгәмәләшеү барышында 71 процент ошо хәҡиҡәтте тағы ла бер ҡат раҫланы бит. Әммә һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 28,4 проценты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуымды дәртләндереү өсөн түләнгән аҡсаның күләме мөһим түгеллеген, “бер ниндәй ҙур сумма ла беҙҙе бала табыуға этәрә алмаясаҡ” тип белдерҙе.
Дөйөмләштереп әйткәндә, бөгөнгө көрсөктө еңеп сыҡмай, халыҡтың тормош кимәлен күтәрмәй һәм ХХI быуат ғаиләһенең үҫеш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай тороп, дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм хәҙерге заман ғаиләһе мәсьәләләрен хәл итеү мөмкин түгел.