Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте24.09.2018
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағалов 1962 йылда Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген тамамалай, режиссер Рифҡәт Исрафилов курсында уҡый.

Ул М. Ғафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театрында, Өфө "Нур" татар дәүләт театрында эшләй.

Уның "Ай тотолған төндә", "Балаҡайҙарым", "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?", "Һуңғы уҙаман" һәм башҡа спектакльдәрҙәге рольдәре театр һөйөүселәрҙең күңел түрендә ҡалды.


Илфат Йомағолов "Ай ҡыҙы" һәм башҡа фильмдарҙа ла төштө.


Бөгөн уны тыуған ауылында ерләйҙәр. Хуш, Актер...


Вернуться назад