Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә уның ҡәберенә сәскәләр һалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда яҙыусының тыуыуына 100 йыл тула. Бер быуатлыҡ юбилей хөрмәтенә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда байрам саралары уҙа.
Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) – Рәсәй һәм Башҡортостан әҙәбиәтенең танылған классигы, яҙыусы, драматург, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР-ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ-ара премияһы лауреаты, бик күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры. Уның ҡаурыйынан илебеҙҙең һәм донъя әҙәбиәтенең алтын фондына ингән әҫәрҙәр – «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», «Өс таған», «Ярлыҡау» повестары сыҡҡан. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре донъялағы күп телдәргә тәржемә ителгән. Уның исеме Рәсүл Ғамзатов, Кайсын Кулиев, Давид Кугультинов, Сыңғыҙ Айтматов кеүек СССР-ҙың милли әҙәбиәтенең арҙаҡлы вәкилдәре менән бер рәттә тора.