“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”23.09.2018
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” семинары уҙғарылды. Унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Күптәрҙең ғаиләһендә эскелек менән мауығыусылар бар. Семинарҙа ҡатнашыусылар белгестәрҙең лекцияларын тыңланы.

Элек эскелек менән мауыҡҡан, әле иһә ошо сирҙән ҡотолған кешеләрҙең сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Улар семинарға килгәндәрҙе дауалау түгел, ә һауыҡтырыу юлынан барыу кәрәклегенә инандырырға тырышты, сөнки улар алымдары йәһәтенән дә, ахыр һөҙөмтәләр буйынса ла бер-береһенән ҡырҡа айырыла.

– Ҡатын-ҡыҙҙар союзының бурысы – ярҙам итеүселәргә булышлыҡ күрһәтеү. Иң элек мәғлүмәт биреү, тормошта ауыр хәлдәрҙә юридик ярҙам күрһәтеү, район, ҡала хакимиәттәре менән бәйләнешкә инеү мөһим. Бөтә йәмғиәттең, иң элек ғаиләләрҙең, уртаҡ тырышлығы менән генә яҡындарҙың эскелеге арҡаһында тыуған ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыуҙың һөҙөмтәле һәм дөрөҫ алымдарын таба аласаҡбыҙ, – тине Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.



Вернуться назад