Журналистар музейға юллана22.09.2018
Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил Пиотровский журналистарға илебеҙҙәге музейҙарға бушлай инеү мөмкинлеген биргән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Музейға түләүһеҙ инеү өсөн Рәсәй Журналистар союзына инергә, халыҡ-ара журналист карточкаһын – донъяның 186 илендә ғәмәлдә булған журналист таныҡлығын алыу шарт.

– Килешеү Рәсәй һәм сит ил журналистарына илебеҙ, уның тарихы менән тәрәнерәк танышыу, ҡыҙыҡлы асыш яһау мөмкинлеген бирер, тип ышанам, – тине Владимир Соловьев.


Вернуться назад