“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы “Ғорурлығым – Рәсәй!” милли йәштәр ватансылыҡ конкурсын үткәреү тураһында белдерә.
Конкурс Рәсәй граждандарында илһөйәрлек, әүҙем граждан позицияһы, илдә, Рәсәй тарихында һәм мәҙәниәтендә барған хәл-ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләү буйынса эш алымдарын камиллаштырыу маҡсатында тормошҡа ашырылған федераль сараны тәшкил итә. Унда 35 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Номинациялар: “Инша”, “Рәсем”, “Фото”, “Видеоролик”, “Социаль плакат”, “Әҙәби ижад”, “Журналистика”, “Белем биреү технологиялары”, махсус номинация: “Биш йәшкә тиклемге балаларҙың ватансылыҡ ижады”.
Ғаризалар 18 ноябргә тиклем ойоштороусының рәсми сайтында (www.kult24.ru), шулай уҡ Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының “Мәҙәниәт өлкәһенең берҙәм мәғлүмәт киңлеге” агентлығында, “Рәсәй ирекмәндәре” берҙәм мәғлүмәт системаһында ҡабул ителә. Сараны үткәреү тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте ойоштороусының рәсми сайтынан, 8 (391) 231-38-33 телефоны,
[email protected] электрон почтаһы аша алырға мөмкин.