Өфөлә “Башҡортостан һәм Татарстан махсус форматтарҙа” төбәк-ара тифлотурнеһы үтте. Сарала Башҡортостан республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы менән Татарстан республика һуҡырҙар һәм насар күргәндәр өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Башҡортостан китапханаһы республикаларҙың бүтән китапханаларына күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн махсус форматтарҙағы шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың башҡорт телендәге әҫәрҙәрен бүләк итте. Башҡортостан республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры урынбаҫары Ирина Күсәрбаева китапханалар араһында күп йыллыҡ дуҫлыҡ барлыҡҡа килеүе, уртаҡ һөнәри мәнфәғәттәр булыуы был бәйләнештәрҙең яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен табырға ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Китапхананың ялды ойоштороу бүлеге мөдире Гөлшат Солтанморатова иһә кинофильмдарға һәм йәнһүрәттәргә тифлокомментарийҙар әҙерләү үҙенсәлектәре тураһында һүҙ алып барҙы. “Башҡортостан” киностудияһының йәнһүрәте ошондай комментарийҙар менән күрһәтелде. Шағир Руслан Сөләймәнов, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең әҫәрҙәре менән таныштырҙы, киләсәккә ижади пландары менән уртаҡлашты, һорауҙарға яуап бирҙе.
Татарстан китапханаһы директоры Наиль Сәфәрғәлиев үҙенең сығышында төбәктәр араһында һөнәри аралашыуҙың, тәжрибә уртаҡлашыуҙың, эшмәкәрлекте камиллаштырыуҙың әһәмиәтен билдәләне.