Нуғай үҫеш юлында21.09.2018
Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге ярҙам пункты – модуль балалар поликлиникаһы төҙөләсәк.

Бина Алтын һәм Фәриҙә Ҡудашева урамдары киҫелешендә урынлашасаҡ. Дәүләт һатып алыуҙары порталында контракт хаҡында мәғлүмәт донъя күрҙе. Төҙөлөштөң максималь хаҡы – 8,5 миллион һум. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Аукцион иһә 8 октябрҙә үткәрелә. Төҙөлөштө контракт төҙөлгәндән һуң 60 көн эсендә тамамлау күҙаллана. Проект республика ҡаҙнаһынан финансланасаҡ.


Вернуться назад