Урынһыҙға маҡтаһалар...21.09.2018
Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар, баҫалҡылар, хислеләр... Тормошта холоҡ-фиғелдең өлөшө ифрат ҙур.

Бәғзе әҙәм балалары, мәғлүм ки, маҡталыуҙы ныҡ ярата. Ундайҙар йылы һүҙ ишетеү менән бығаса көсө етмәгән эштәрҙе лә башҡарып ҡуйыусан. Һөҙөмтәлә, ошоноң менән файҙаланып, был кешене урынһыҙға маҡтау осрағы ла йышая. Тимәк, йүкә шына ҡағыуға юл асыла. Ошо урында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең әйткәндәрен иҫкә төшөрәйек: “Әгәр һеҙҙе кемдер маҡтай икән, уның йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ”. Тимәк, башҡаның күңелен бушҡа осондороу, ялғанлыҡ – ҙур гонаһ. Юҡҡа маҡтап, кешенең тормошон боҙоу ихтималлығы бар. 

Әлбиттә, әҙәм балаһының күңелен күтәреп тороу мөһим. Ләкин был эш тейешле кимәлдә, үҙ миҡдарында, урынлы башҡарылырға тейеш. “Кешегә ғилем бирегеҙ, уны рухландырығыҙ, дәртләндерегеҙ, күңелен ҡайтармағыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әгәр ҙә ки шулай икән, әҙәм балаһының күңеле үҫер. Сама белеп, хикмәт менән әйтелгән күркәм һүҙ уны яңы үрҙәргә күтәрер.


Вернуться назад