Тәмле лә, файҙалы ла21.09.2018
Исламда тәбиғи ризыҡ менән туҡланыуға ҙур урын бирелгән. Ә быйылғы йәй йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн бик ҡулайлы булды. Һөҙөмтәлә көҙөбөҙ мул уңыш менән һөйөндөрә. Йәшелсә араһында сөгөлдөр лайыҡлы урын биләй.

Тәмле лә, файҙалы ла булған­лыҡтан, уны хужабикәләр ҙә, диетологтар ҙа ярата. Сөгөлдөрҙө кемдәрҙер үҫтермәй, ә һатып ала икән, ҙурҙарына ынтылырға кәңәш ителмәй. Ундайҙарҙың күпселеге тәмһеҙ була.

Витаминын бөтөрмәҫ өсөн сөгөлдөрҙө бешергәндә һыуҙы һауытҡа тултырып ҡойорға ярамай. Ул йәшелсәне бер-ике сантиметр ғына ҡапларға тейеш. Һауыт ябыҡ булһын. Һыуға һеркә йәки лимон кислотаһы ҡушыу сөгөлдөрҙөң сағыу төҫөн һаҡларға ярҙам итер.

Был йәшелсәнән төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Күптәр уны салат өсөн ҡуллана. Был йәһәттән бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ризыҡты әҙерләү өсөн 400 грамм сөгөлдөр, 120 грамм ҡаймаҡ, ярты аш ҡалағы керән, шул уҡ күләмдә шәкәр, бер аш ҡалағы һеркә, кәрәгенсә дәрсен, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына.

Яҡшы йыуып таҙартылған сөгөл­дөрҙө шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кәстрүлгә үҫемлек майы ҡоябыҙ ҙа өҫтөнә ҡырҡып әҙерләнгән йәшелсәне һалып, кәрәгенсә тоҙ һибәбеҙ. Унан һауытты, ҡапҡасын ябып, утҡа ҡуйырға кәрәк. Йәшелсә 15 минут тирәһе болғап быҡтырыла.

Уттан алып, һыуытҡас, сөгөл­дөргә һеркә ҡойоп, дәрсен һибеп болғайбыҙ. Унан салат һауытына өйөп һалып, өҫтөнә һеркә, ҡырыл­ған керән һәм ҡаймаҡ ҡатнашмаһы ҡойоп, өҫтәлгә ҡуйыла.
* * *

Ә был ризыҡ “Тултырылған сө­гөл­дөр” тип атала. Уны әҙерләү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бер нисә сөгөлдөр (бер килограмм), 400 грамм ит, ике-өс баш һуған, 100 грамм ҡаймаҡ, ваҡланған сохари, тоҙ, борос кәрәк булыр.
Сөгөлдөрҙө бешереп, тышын таҙар­табыҙ. Ҡалаҡ ярҙамында тәрән уйым эшләп, уны бешерелгән ит, ҡыҙ­ҙырылған һуған, борос һәм тоҙ ҡушып яһалған фарш менән тултырабыҙ. Өҫтөнә сохари онтағын һибеп, май һөртөп, мейестә 15 минут бешерәбеҙ. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирелә.


Вернуться назад