Зөләйханың өс ғүмере21.09.2018
Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул?

Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы Түләктә таныштыҡ беҙ. Берәү: “Түләк – ул фәлән-фәлән райондағы ябай башҡорт ауылы”, – тип әйтер. Икенсеһе: “Ябай түгел ул, һикһәнләп кенә йорттан торған ауылдан әллә ни саҡлы күренекле кешеләр сыҡҡан”, – тип ҡаршы төшөр. Хатта һанап та китер: республика кимәлендә танылыу алған етәкселәр, күренекле йырсылар, шағирҙар, ҡурайсылар һәм башҡалар, һәм башҡалар. Эйе, тауҙар араһында ятҡан был гүзәл яҡ – үҙенең бына шундай талантлы шәхестәре менән Башҡортостандың сәнәғәте, мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән төбәк.

Шуға күрә милләттең йөҙөн билдәләгәндәр тураһында һүҙ башлаһаҡ, беренсе сиратта уларҙы хәтергә төшөрәбеҙ. Тик милләт бит гел генә бөйөктәрҙән тормай. Ә Зөләйха кеүектәр? Утта янмай, һыуҙа батмай торған ауыл ҡатындары. Уның тормошон күҙ алдынан үткәргәндә, ирекһеҙҙән күңелгә урыҫ классигы Некрасовтың: “Коня на скаку остановит, в горящую избу войдет” тигән шиғыр юлдары килә.

Кеше ғүмере бихисап ваҡиғаларҙан, миҙгелдәрҙән тора. Зөләйханың ғүмерендә уларҙың ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла, көсөргәнешлеһе лә күп булғандыр. Барыһын бергә туплап, ғүмерен өс өлөшкә бүлеп ҡарай ул.

Атай-әсәйһеҙ ғүмер

“Әсәй мине тыуғас та аҡ биләүгә биләгән, аҡ биләүҙәргә биләгән, бәхете булһын, тимәгән”, – тиелә халыҡ йырында. Зөләй­ханың әсәһе Заһиҙә, күрәһең, был теләктәрен теләмәгәндер. Юғиһә яңы донъяға килгән сабыйын ата-әсәһе ҡулына ташлап, әллә ҡайһы яҡтарға сығып олаҡ­маҫ ине. Баланың атаһы ҡатыны йөклө саҡта уҡ ғаиләһен ташлап сығып киткән була. Шулай итеп, теле асыла ла башламаған бала олатаһы Бикмөхәммәт менән өләсәһе Сәрбиямал ҡулында тороп ҡала.

Теле асыла ла ул, тик “әсәй”, “атай” тигән һүҙҙәр менән түгел. Етмәһә, ҡыҙҙың өләсәһе үлеп китә. Ҡарт оҙаҡламай өйләнә. Йәш ҡатын әйттергәндәге шарты бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың хәтеренә уйылып ҡалған: “Аҫрау ҡыҙым бар, шуны ҡарарға риза булһаң ғына алам”. Нишләп “аҫрау ҡыҙ”? Беҙҙең халыҡта ғүмер-ғүмергә “аҫрау” тип хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙҙы ғына атағандар бит! Был һүҙме, әллә үгәй инәһенең эш һөйөп бармауымы, мәктәпкә лә төшмә­гән баланың артабанғы тормошон ауырлаштыра. Татлы йоҡо­һон бүлеп, көтөү ҡыуырға сығып йүгереү, ашарға бешереү, бәрәң­ге утау, ҡойонан көйәнтәләп һыу ташыу... Силәктәрҙе тултырып ташырға хәленән килмәй әле беренсе класта ғына уҡып йөрөгән ҡыҙҙың. Үгәй инәһе уның ҡулынан силәк-көйәнтәһен алып, һыуға үҙе генә барып килһә икән дә, юҡ, аҡыл өйрәтә: “Зәләйха, силәк­тәреңә һыуҙы өсәр сүмес кенә һал, барырһың да килерһең, барырһың да килерһең”. Матур исемен “Зәләйха” тип боҙоп әйте­үе лә йәненә аҙ теймәгәндер ҡыҙыҡайҙың. “Зәләйха, быҙауҙы йылға аръяғына сығар!”,”Зәләйха, өйрәктәрҙе ашат!”, “Зәләйха, олатайың эштән ҡайтыуға ашарына бешер!”, “Зәләйха, балсыҡ иҙеп, өй нигеҙен һыла!” Зәләйха… Зәләйха… Зәләйха…

Ҡыйын булғандыр алты-ете йәшлек балаға үгәй инәһенең бар фармандарын да үтәү. Тора-бара уға ойоҡбаш, шәл бәйләү, кейем ямау кеүек ҡул эштәрен дә башҡарырға тура килә. Ошо ҡыйынлыҡтарға рәхәтләнеп балалар уйыны уйнамау, туйғансы йоҡламау, ашамауҙарын да өҫтәһәң, бик ҡыҙғаныс яҙмыш килеп сыға шул. Әкиәттәге кеүек.

Тик Зөләйха бала сағындағы күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫенә төшө­рөп, үҙен үҙе ҡыҙғанып ултыра торған заттарҙан түгел. “Уның ҡарауы, кескенәнән эшкә өйрәнеп үҫтем”, – тип йылмая ул.

Ҡыҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә уҡый, һигеҙ класты күрше ауылға йөрөп тамамлай, урта белемде район үҙәге мәктәбендә, интернатта йәшәп ала. Олатаһы менән ҡатыны уның уҡырға ынтылышына ҡар­шы килмәй. Әммә ҡарсыҡтың шарты ҡабул була: төшкә хәтле бала – мәктәптеке, төштән һуң – уныҡы. Ҡыҙҙың дәрес әҙерләп ваҡыт үткәреп ултырыуын хуп күрмәй ул, мәктәптән ҡайтҡас та сумкаһын һике аҫтына тығып ҡуя. Уны бары отҡорлоғо ғына ҡотҡара.

– Балалар, Мәжит Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” әҫәрен ятланығыҙмы? – ти уҡытыусы, класты күҙ уңынан үткәреп.
Унан башын эйеп ултырған арыҡ ҡыҙға ҡарашын йүнәлтә.

– Улай булһа, Зөләйханан башлайыҡ. – Ҡыҙ оялыуҙан ҡыҙарынып китә.

– Ағай, мин ятламаным бит әле (инәй ятлап ултырырға рөхсәт итмәне, тип зарлана алмай бит инде ул).

Башҡа балалар һөйләп сыҡҡансы, Зөләйха ла әҫәрҙе ятлап өлгөрә, “бишле” ала.

Яҡшы тамамлай ул урта мәктәпте. Институтҡа ла, һис шикһеҙ, инер ине. Тик ҡайҙа ул! Бер яғында үгәй инәһе: “Етте шул уҡыуың!” – тип лаф ора, икенсе яғында Хрущев хөкүмәте: “Ауыл йәштәренә ауылда ҡалырға!” – тип фарман бирә. Шулай итеп, унынсыны тамамлаған бәләкәй кенә кәүҙәле ҡыҙ фермаға һауынсы булып эшкә сыға.

Ғаиләле ғүмер

Ун һигеҙе тулып килгән ҡыҙ ғашиҡ булырға тейеш. Йә булмаһа, берәр ауыл егетенең уға күҙ ташлауын көтөргә… Ауыл егеттәре өлгөрлөк күрһәтә алмай ҡала. Армияла хеҙмәт итеп, Свердловск ҡалаһында данлыҡлы “Уралмаш”та эшләп ҡайтҡан ауылдашы Мирхәким иғтибар итеп өлгөрә үҫмерлектән дә сығып өлгөрмәгән ҡыҙға. Исмаһам, ҡолағына ятышлы һүҙҙәр әйтеп, сәскә, бәләкәй бүләк тапшырһа икән. Күңеле йылыға туймаған ҡыҙ бала ирер ҙә китер ине. Юҡ, Мирхәким бит малай-шалай түгел, донъя күреп, шымарып ҡайтҡан ир. Нишләп әле бер ауыл ҡыҙы алдында түбәнһенеп, ялынып торһон?

Берҙән-бер көн Зөләйха ферманан ҡайтып инһә, ни күрә: биш-алты ағай-энеһе йыйылған, һыйланып ултыралар. Олатаһы ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алып: “Бына, Мирхәким һинең ирең була инде, никах уҡылды, эш бөттө”, – тип егет янына килтереп ултырта. Ҡайҙа ул тартҡылашып торорға? Оҙаҡ ултырмайҙар, кейәү кеше кәләшен етәкләп алып ҡайтып та китә. Урта быуат ҡырағайлығы тиерһегеҙме? Юҡ, беҙҙең осорҙа, 1967 йылда СССР халҡы Октябрь революцияһының 50 йыллығын байрам иткән көндәрҙә. Олатаһы менән үгәй инәһенә артыҡ тамаҡ икән, ҡыҙ сәбәләнеп ни эшләй алһын?

Ир ҡатынына ҡарата йылылыҡ та һиҙҙермәй. Тик тормош әкренләп үҙ ыҙанына төшә: 1968 йылда ҡыҙҙары Хәлимә, аҙаҡ уға иптәшкә Гөлбаныу, тағы ике йылдан улдары Самат тыуа. Ә Зөләйхаға хәҙерге кеүек йылдар буйы бала ҡарап өйҙә ултырыу бәхете эләкмәй, бәпәй тапҡанға тиклем – илле алты, сабый тыуғас йәнә илле алты көн ял итеү мөмкинлеге тейә. Колхоз эштәре ҡырылып ята, уларҙан йөҙ йыйырыу ҡатындың башына ла инеп сыҡмай. Һарыҡ ҡарай Зөләйха, төркөмөндә 120 баш. Шул уҡ ваҡытта бригаданың келәт мөдире вазифаһын да башҡара, машина-тракторҙарҙы заправкалау бурысы ла уға йөкмәтелә. Беҙҙә шулай инде: тартҡан атҡа тейәйҙәр. Ә өйҙә әсәй хәстәрен көтөп ултырған өс бала ни эшләргә тейеш?

– Тәүлегенә ике-өс сәғәт кенә йоҡлаған саҡтарым булды, – тип хәтерләй ул осорҙо ҡатын. – Мине бит ауылда “Метеор Зөләйха” тип атанылар. Метеор Зөләйха! Был һеҙгә хөкүмәт наградаһы түгел, ә халыҡ үҙе биргән исем!

Юҡҡа ғына уны ауыл Советы депутаты итеп һайламайҙар бит. Ә ир кеше эшсән, ауылда ҙур абруй ҡаҙанған ҡатыны менән ғорурланып йәшәнеме һуң? Уға ярҙам иттеме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Эсте, еңел холоҡло ҡатындар менән күңел асты. Береһе хатта Зөләйханың иренән бала ла таба.
Бер саҡ шулай ҡыҙын имеҙеп ултырғанда, быға әлеге сабыйҙы күтәреп килтерәләр. Әсәһе район үҙәгенә киткән дә ҡайтмаған. Ә бала асығыуынан илай-илай шешенеп бөткән.

– Ни эшләйем, имеҙҙем, – ти ҡатын. – Ә үҙемдең күҙҙәремдән йәш аға. Сабыйҙың бер ғәйебе лә юҡ бит. Иремдең был гонаһы ғына етмәгән, эсеп ҡайтһа, туҡмай ине. Хатта бер ваҡыт башымды йәрәхәтләп, бер нисә ҡабырғамды һындырғас, дауаханала ятып сығырға тура килде.
– Шунан, айырылдыңмы инде?

Ҡатын оялсан ғына йылмайҙы.
– Юҡ. Мин уға әйттем: был өйҙән сығып та китмәйем, һине лә ҡыуып сығармайым, минең тәрбиәмдә үләсәкһең. Ҡайһы бер мутлыҡтары өсөн ултырып та сыҡ­ты бит ул. Ә мин йорт-ҡу­рамды һаттым да, өс баламды алып, уның янына киттем. Кооператив фатир алдым, химза­вод­ҡа ауыр, әммә аҡсалы эшкә урынлаштым. Биш йыл шунда йәшәнек. Тик ауыл балаһын ер-һыу тарта икән. Яңынан бында ҡайттыҡ.

– Ә ирең?
– Ҡара һаҡалы ҡайҙа барһа ла артынан ҡалманы. Күнеккән тормошо менән йәшәне. 1994 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат булды. Мин үҙемә биргән вәғә­ҙәмде үтәнем, уны һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙаттым... Әйткәндәй, үгәй инәйем дә минең ҡулымда яҡты донъя менән хушлашты.

Иман юлындағы ғүмер

Олатаһы, 1998 йылда вафат булған Бикмөхәммәт, ейәнсәрен тәрбиәләүҙә бик ҡатышмаһа ла, уның әлеге тормошонда ҙур роль уйнай. Ата-бабаларыбыҙ дингә тартылырға, биш ваҡыт намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, башҡа ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәңәш бирә. Зөләйха, бар күңеле менән изгелеккә ынтылған ҡатын, был кәңәште ихлас ҡабул итә. Инде егерме биш йыл бер генә нама­ҙын да ҡалдырғаны, ураҙаһын боҙғаны юҡ. “Ҡөрьән Кәрим”де өйрәнә, аяттар ятлай.

2011 йылда Ырымбурҙың атаҡ­лы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә ситтән тороп уҡырға инә һәм 2016 йылда уны уңышлы тамамлай. Бөгөн ул тыуған Түләгендә лә, тирә-яҡ ауылдарҙа ла кешеләр хөрмәтен ҡаҙанған абыстай, күренекле дин әһеле. Уны ҡөрьән аштарына, башҡа дини сараларға ҙур теләк менән саҡыралар. Ҙур, яҡты, йылы йортоноң да ишек­тәре ябылмай. Зөләйханың та­биплыҡ һәләте ауылдаштарына электән дә билдәле була. Ауыр крәҫтиән эшенә егелгән ауыл кешеһенең быуыны сығыу – ҙур бәлә. Зөләйха йәш сағында уҡ быуын ултыртыу оҫталығына өйрәнә. Хәҙер уға халыҡ күпләп мөрәжәғәт итә.

Им-том ата-бабалар тормошонда ҙур роль уйнаған.
– Утыҙ ике йыл бәпәйләй алмаған ҡатын бала тапты, – ти танышым Миңзифа был ғәжәп хәл тураһында. – Был эшмәкәр­леге өсөн бер кемдән дә бер ниндәй хаҡ алмай, ярҙам да өмөт итмәй. Хәләл пенсияһына, үҙе үҫтергән кәзәләре дебетенән бәйләнгән шәлдәрҙән килгән керем иҫәбенә йәшәп ята.

– Бәхетһеҙ бала саҡ, ауыр ғаи­лә тормошо, ирһеҙ донъя көтөү, матди ауыр­лыҡтар... Бәхетлеме һин әлеге көндә? – тип һорамай булдыра алманым хушлашҡанда.

– Бәхетле! – тине ҡатын, икеләнеп тә тормай. – Олатай-өләсәйем – эшкә, ирем түҙем­леккә өйрәтте, инанған Исламым бар – кешеләргә ҡарата мәрхә­мәтлеккә әйҙәй...

Был яҙмамды, татар әҙәбиәте классигы Ғәлимйән Ибраһимовҡа оҡша­тып, “Баш­ҡорт ҡатыны ниҙәр күрмәй” тип тә атарға ниәтем бар ине, кире уйланым. “Бәхет” һүҙе­нең ниндәй киң төшөнсә икән­леген иҫбат итә беҙгә ҡатындар. Ябай башҡорт ауылында көн күр­гән Зөләйха кеүек булдыҡлы, егәрле, эшсән, кешелекле, кеселекле меңәрләгән башҡорт ҡатыны...


Вернуться назад