“Башавтотранс” предприятиеһының транспорт карталары буйынса йөрөгән пассажирҙары өсөн яңы тариф ғәмәлгә инде.
Әлегә тиклем юл хаҡы 8 һум 40 тин булһа, 10 майҙан 12 һум тәшкил итәсәк. Картаһыҙ йөрөгәндәр әүәлгесә 15 һум түләйәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән дәүләт предприятиеһы тарифты ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 18 һумға, карта буйынса түләгәндә 15 һумға тиклем арттыра ала.
А. ХӘЛИЛОВ.