23 сентябрҙә Бөтә донъя түш биҙҙәре яман шешенә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.
Түш биҙҙәренең яман шеше – ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң киң таралған онкологик сир. Республика клиник онкология диспансерының түш биҙҙәре шештәре бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиәкбәр улы Ғәлиев менән әңгәмәбеҙ заман афәтенә әйләнә барған ошо ауырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булыу зарурлығы, сирҙе аҙҙырмау мөмкинлектәре тураһында.
– Бөгөн донъя кимәлендә лә, илебеҙҙә лә түш биҙҙәре яман шешенә бәйле хәл-тороштоң көсөргәнешле булыуы тураһында йыш ишетергә, уҡырға тура килә...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр ысынлап та ҡатмарлы, әммә беҙҙә йәмәғәтселек был сирҙең бөтә хәтәрлеген аңлап етмәй әле. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙа асыҡланған яман шеш осраҡтары араһында түш рагы беренсе урынды биләй – яман ауырыуға дусар һылыуҙарҙың 19 проценты ошо сирҙән яфалана.
Халыҡтың күп өлөшө үҙ сәләмәтлегенә битараф, “Ауыртмағас, ниңә табипҡа йөрөргә?” – тип һанай. Һәр һигеҙенсе гүзәл заттың түш яман шеше менән ауырып китеүе ихтимал. Был хәүеф 40 йәштән һуң йылдан-йыл арта бара. Төп проблема шунда: 30 проценттан ашыу осраҡта сир һуң, һауығыу мөмкинлектәре кәмегәс, асыҡлана.
– Сиргә ҡаршы көрәштә ниндәй алымдар һөҙөмтәлерәк? Гүзәл зат нимәләрҙе белергә, иғтибар итергә тейеш?
– Түш яман шешенә ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле алымдарының береһе – үҙ-үҙеңде тикшереү. Күрем башланғандан һуң алтынсы-ун икенсе көндәр арауығында ай һайын көҙгө алдында түштәрҙе тикшерергә кәрәк. Тире күгәреберәк, ҡыҙарыбыраҡ, шешмәкләнеп, бөрөшөбөрәк, эскә тартылыбыраҡ тормаймы? Түштең остары икеһе бер кимәлдәме, батыбыраҡ китмәгәнме? Уларҙан ҡан ҡатыш эренле бүлендек сыҡмаймы? Һул ҡул менән уң түште, уң ҡул менән һул түште ашыҡмайынса тикшерегеҙ, ҡултыҡ аҫты төйөрҙәрен дә ҡарағыҙ. Саҡ ҡына тығыҙ урын да, һиҙелер-һиҙелмәҫ төйөр ҙә, тиренең аҙ ғына үҙгәреүе лә һеҙҙе һағайтырға тейеш.
Шулай уҡ медицина тикшереүе, диспансеризация үтеүгә яуаплы ҡарарға кәрәк. Ваҡытында маммологка күренеп тороу, түш биҙҙәренә ультра тауыш тикшереүе, 40 йәштән һуң маммография үтеү ҙә сирҙе профилактикалауҙа мөһим роль уйнай. Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, ваҡытында бәпәй табып, уны күкрәк һөтө менән туҡландырыу ҙа түш яман шеше ҡурҡынысын кәметә.
– Ә хәүеф төркөмөнә кемдәр ҡарай?
– Түш яман шеше осраҡтарында генетик факторҙың мөһим урын биләүе – күптән раҫланған дәлил. Шуға күрә яҡын туғандары – әсәһе, апай-һеңлеләре был ауырыуға тарыған ҡатын-ҡыҙҙар үҙ сәләмәтлегенә айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Күҙәнәктәрҙең дөрөҫ үҫеше өсөн яуаплы BRCA-1, BRCA-2 тигән гендарҙағы үҙенсәлекле тайпылыштарҙы ҡан анализы ярҙамында асыҡлайҙар. Шулай уҡ гормондар эшмәкәрлегендә тигеҙлек боҙолған, йәғни күреме иртә башланған, 53-55 йәштән һуң туҡталған, бала тапмаған йәки һуң әсәй булған, йыш аборт яһатҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хәүеф төркөмөнә ҡарай. Артыҡ ауырлыҡ, тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу ҙа сирләү ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Оҙайлы ваҡыт көсөргәнештә йәшәү, иммунитеттың насарайыуы ла яман шештең баш ҡалҡытыуына булышлыҡ итеүе бар.
– Һеҙ килтергән дәлилдәрҙән тән земберҙәп китә. Әммә был яман ауырыуға бәйле хәл-торошто үҙгәртеү, яҡшыға өмөт итеү ҙә мөмкиндер бит...
– Әлбиттә, мөмкин. Бының өсөн үҙ һаулығыңа аҙ ғына иғтибарлыраҡ булыу зарур. Диагноз ваҡытында ҡуйылһа, асыҡланған шеш ни тиклем бәләкәй булһа, дауалау уңышына өмөт шул тиклем ҙур. Башҡортостанда был ҡатмарлы сирҙе дауалау замандың һуңғы талаптарына ярашлы, бөтә донъяла раҫланған алдынғы алымдар буйынса алып барыла. Башта химия терапияһы менән шештең күләмен бәләкәсәйтеү операция ваҡытында туҡымаларға ныҡ зыян килтермәҫкә ярҙам итә. Ә гүзәл заттың һаулығы, матурлығы өсөн генә түгел, күңел торошо, тормош сифаты өсөн дә был бик мөһим. Түш алынған хәлдә лә, артабан уны тергеҙергә тәҡдим итәбеҙ. Юғары технологиялы ул операциялар бушлай, йәғни Мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә башҡарыла.
Һуңғы йылдарҙа түш биҙҙәре рагын иртә диагностикалауҙың яҡшырыуын билдәләп үтергә кәрәк. Сире I – II стадияла асыҡланыусы гүзәл заттар дөйөм ауырыуҙарҙың 70 проценттан ашыуын тәшкил итә, уларҙың 90-95 проценты тулыһынса һауыға.
Ҡатын-ҡыҙҙарға: “Түштәрҙәге бәләкәй генә үҙгәреш тә табипҡа барыуға сәбәп булырға тейеш”, – тип мөрәжәғәт иткем килә, сөнки һеҙҙең һаулыҡ – ғаиләгеҙ именлеге, балаларығыҙҙың матур киләсәге ул.
– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы хаҡына башҡарған яуаплы, тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!