Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы буйынса әүҙем, уңышлы эшләгән автор. Был темаға арналған бер нисә китабы сыҡты, гәзит-журналдарҙа ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалары даими баҫыла.
Нефть геологияһында асыштарҙы, нефть скважиналарын быраулау ысулдарын, ҡорамал-инструменттарҙың заман талаптарына ярашлы үҙгәреүен, бөгөнгө торошон еткерә уҡыусыларға. Әммә, минеңсә, уның хеҙмәтенең иң мөһиме – кешеләр, шәхестәрҙе иҫкә алыу, юғалған, онотолғандарҙың исемен халыҡҡа кире ҡайтарыу, уларға тейешле иғтибарҙы арттырыу.
Миҫалға, Ишембайға арналған күләмле мәҡәләһендә эҙләнеүҙәр, ятҡылыҡты табыу тарихы, шунда ҡатнашыусылар тураһында ентекле бәйән итте (“Ватандаш” журналы, 2017 йыл, 1-се һан). Үкенесле, 30-сы йылдарҙа Ишембай нефтен асҡан һәм үҙләштергәндәрҙән 86 кеше золом ҡорбаны була. Уларҙың күбеһе – урындағы етәкселәр, зыялылар, инженер-техник белгестәр. Нефть сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән хеҙмәт кешеләренең исеме онотолорға тейеш түгел, ти автор һәм уларҙың һәр береһе хаҡында иҫкә алып, яҙмаларында тейешле баһа бирә.
Э.Ә. Зәйнетдиновтың (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) “Башкирская нефть и ее первопроходцы (XVIII – XX в.в.)” тигән күләмле китабы ғүмерен нефть сәнәғәтенә арнап, хаҡлы ялға сыҡҡандар, бөгөнгө хеҙмәттәштәр, яңы ғына эш башлағандар өсөн берҙәй ҡыҙыҡлы, ылыҡтырғыс. Беренселәренә – хәтер, икенселәренә – уйланыу, өсөнсөләренә – буласаҡ һөнәр серҙәре.
Авторҙың тармаҡ торошо киң һәм тәрән өйрәнелгән “Нефть Победы” исемле китабы ла йәмәғәтселек тарафынан йылы ҡабул ителде, күптәр өсөн тормош дәреслегенә әүерелде.
Быраулаусы-инженер, иҡтисад фәндәре кандидаты Энгель Зәйнетдинов 40 йыл самаһы “Башнефть” берекмәһендә эшләне. Әле лә уның йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнай. Ойошманың генераль директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, легендар шәхес Евгений Столяров (1922 – 1985 йй.) хөрмәтенә иҫтәлектәр йыйынтығының автор-төҙөүсеһе лә ул. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, скважиналарҙы быраулау хеҙмәт юлында бөтә баҫҡыстарҙы үткән Социалистик Хеҙмәт Геройы Д.И. Михайловҡа арналған китабы ла – оло әһәмиәткә эйә хеҙмәт.
Илебеҙҙең, республикабыҙҙың иҡтисади нигеҙе булған нефть һәм газ тармағына ҙур иғтибар бүлгән Э.Ә. Зәйнетдиновтың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен ихлас хуплайым. Талантлы шәхес юғары баһаға, һис шикһеҙ, лайыҡ.