Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле ҡала. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, өс тапҡыр Чикаго марафоны еңеүсеһе Лилиә Шобухова, “Азия - Европа” Бөтә Рәсәй йүгереүселәр еңеүселәре, спорт мастеры Олег Марусин һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Галина Богомолова үҙҙәре генә ни тора! Барыһының да ҙур спортҡа тәүге һуҡмаҡтары ҡаланың “Металлург” стадионынан башланған.
Үкенескә ҡаршы, бығаса спорт комплексына тейешле иғтибар булмай. Мәҫәлән, 1989 йылда төҙөлгән “Дельфин” бассейны ошоғаса капиталь ремонт күрмәгән. Шуға ла комплекстың “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә индерелеп, бөгөн бындағы төҙөкләндереү, яңыртыу эштәренең барышын ҡала халҡы шатланып күҙәтә.
Стадиондың директоры Светлана Валерьевна Полина беҙҙе бассейн менән таныштыра.
– Бассейнды әҙер тиергә лә була, – ти ул, стеналарға йәбештерелгән сағыу кафелдәрҙе күрһәтеп. – Дөрөҫөн әйткәндә, бөтәһен дә тулыһынса яңырттыҡ, елләтеү, кибенеү системалары, заманса һыу йылытҡыстар ҡуйылды. Әле күҙәтеү органдары билдәләгән һуңғы иҫкәрмәләр теүәлләнә.
Грек-рим көрәше залы ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, бөтә нәмә балҡып тора, иҙән, тәҙрәләр яңыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған. Ремонт эштәре барһа ла, спортсылар күнекмәләрҙе туҡтатмаған, уларға төҙөлөш колледжының залында шөғөлләнеү мөмкинлеге бирелгән.
– Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр төрлө ярыштарҙа тәүге урындарҙы яулай, араларында олимпия йыйылма командаһы ағзалары бар. Яңы залда тағы ла яңы уңыштарға өлгәшербеҙ, – тип һүҙен дауам итә директор.
Унан йүгереү трассаһына, футбол майҙансығына йүнәләбеҙ. Тирә-яғын ҡарағай урман ҡаплап торған ҙур майҙанда эштең ҡыҙған мәле, машиналар гөжләй. Икенселәр электр бағаналары ултыртып, ут үткәреү хәстәрен күрә. Шулай уҡ саңғы-роллер базаһы төҙөләсәк. Был урын тулыһынса заман шарттарына яраҡлы итеп ҡулайлаштырыла, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, асфальт түшәләсәк. Ҡыш көнө – саңғыла, йәйгеһен роликлы саңғы менән йөрөргә мөмкин. Бынан тыш, скандинав таяҡтары менән йөрөү өсөн дә уңайлы буласаҡ.
Тотош быяланан торасаҡ спорт залы тулыһынса яңыртыла. Иретеп йәбештереүсе Эрнест Алькин менән уның ярҙамсыһы Салауат Мостафин нигеҙ өсөн ҡулайламалар хәстәрләй. Шундай мөһабәт бинаға үҙ өлөшөн индереүгә сикһеҙ шат улар. Эш хаҡын ваҡытында түләгәс, кәйефтәре лә шәп.
Төҙөүселәр менән хушлашып, ихатаға сыҡҡас, ейәнен етәкләп килгән апайға тап булдыҡ. “Был көндө күптән көттөк, ейән-ейәнсәрҙәремде ошонда йөрөткәс, ҡотһоҙланып бөткән стеналарҙы күреп, кәйеф төшә ине. Хәҙер шул тиклем матурлағандар, рәхмәт инде”, – тип үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.