Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта20.09.2018
Өфө дәүләт авиация техник һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары SCImago Institutions Rankings халыҡ-ара ғилми ойошмалар рейтингынан сираттағы сығарылышына инде.

Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәй ғилми ойошмалары араһында – 44-се, донъя исемлегендә 714-се урынды биләй. Өфө дәүләт нефть техник университеты иһә – 67-се һәм 741-се позицияла. Рейтингҡа шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге (элекке Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге) инде. Ул 37-се һәм 705-се урындарҙы яулаған.

SCImago Institutions Rankings – ғилми ойошмаларҙың танылған абруйлы рейтингы. Уға мәғариф ойошмалары, ғилми-тикшеренеү үҙәктәре, шәхси корпорациялар инә.



Вернуться назад