Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр итеүенсә, йылы көндәр әйләнеп ҡайтыуҙың сәбәбе – юғары баҫым өлкәһенең күсеүендә.
Рәсәй “Гидрометүҙәге” фараздарына ярашлы, 22-23 сентябрҙә Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Көндәр 19-21 градусҡа тиклем йылы торасаҡ, ел көньяҡ-көнбайыштан. Төндә һауа температураһы +6 градусҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөм көтөлмәй.
24 сентябрҙә йылы буласаҡ, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.