Айыуға юлыҡмағыҙ!20.09.2018
“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм хәүефһеҙлек буйынса кәңәштәр бирә.

Көҙгөһөн был хайуандар ҡышҡылыҡҡа май туплап ҡалырға тырыша. Күп ашайҙар, артыҡ һайланып тормайҙар. Үҙҙәрен дошмансыл тоталар. Аҙыҡ-түлек еҫе лә уларҙың иғтибарын ныҡ йәлеп итә.

Шуға күрә урманға барғанда ныҡ еҫле кәрәк-яраҡты үҙең менән алмаҫҡа, ризыҡ ҡалдыҡтарын ташламаҫҡа кәрәк. Ҡысҡырып һөйләшегеҙ йә йырлағыҙ – айыуҙар тауышты яратмай. Һәм бер ҡасан да уларға яҡын бармағыҙ. Әгәр ҙә осраштығыҙ икән, йүгереп ҡасмағыҙ, ә уға ҡарай-ҡарай артығыҙ менән яй ғына үҙенән йыраҡлашығыҙ.




Вернуться назад