Заман талабын тойоп19.09.2018
Бер нисә йыл элек республика мәктәптәрендә мәғлүмәт-китапхана үҙәктәренең барлыҡҡа килеүе уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреү һәм дәрестән тыш ваҡыттарын файҙалы уҙғарыу йәһәтенән эште еңеләйтте. Күптән түгел Сибай гимназия-интернатында үткән республика семинар-кәңәшмәһендә лә яңы мөмкинлектең зарурлығы һәм әһәмиәте күҙ уңына алынды.

Сараның бында уҙыуы юҡҡа түгел. Ике йыл элек көньяҡ-көнсығыштың иң көслө уҡыусыларын туплаған белем усағы, 2016 – 2020 йылдарҙа мәғарифты маҡсатлы үҫтереү федераль программаһында ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булғайны. Мәғлүмәт-китапхана үҙәген булдырыу йәһәтенән күп эш атҡарылған. Шуға күрә лә уртаҡлашыр тәжрибәһе, күрһәтер эштәре күп сибай­ҙарҙың.

Тәүге көн “Белем биреү учреждениеларында дәрестән тыш сараларҙы ойоштороу” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дән башланып китте. Унан ҡунаҡтар БДУ-ның Сибай институтына йүнәлде.

Был ике уҡыу йорто араһында күптән түгел хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне.

— Бәйләнеште нығытыу сығарылыш уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән уңышлы буласаҡ. Ул ғына түгел, беҙ һәләтле балалар менән әүҙем эшләргә бурыслыбыҙ, – тине үҙ сығышында Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек мөдире Жанна Миңлекәева. – Ошо уңайҙан ноябрҙә Сибай гимназия-интернатында ошо яҡ төбәктең һәләтле уҡыусылары өсөн йыйын үткәреләсәк.

Тәүге көндә ҡунаҡтар шулай уҡ Сибай ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана селтәре менән яҡындан танышты. Уларҙы бигерәк тә учреждениеның техник йыһазландырылыуы, электрон уҡыу залының уңайлыҡтары ҡыҙыҡтырҙы.

Сараның икенсе көнөндә китапхананы инновацион йәһәттән тәьмин итеү буйынса секциялар эшләне. “Сибай гимназия-интернаты миҫалында мәғлүмәт-китапхана үҙәгендә мәғлүмәт мөхитен киңәйтеү һәм ҡулланыусыларҙы автоматик рәүештә хеҙмәтләндереү” тип аталған секцияла белем усағы директорының ғилми-методик эштәр буйынса урынбаҫары Айҙар Янышев һәм китапханасы-педагог Гөлсинә Нәүшир­банова үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

— Конкурста ҡатнашыу өсөн тиҙ арала махсус комиссия төҙөлдө. Талаптарға нигеҙләнеп, бар мөмкинлектәр күҙ уңына алынды һәм ошоларға ярашлы программа эшләнде. Мәғлүмәт һәм тәжрибә уртаҡ­лашыу буйынса М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдарының һәм Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназияның ярҙамы ҙур булды, – тине улар.

Һөҙөмтәлә үҙәк заманса мультимедиа алымдары менән йыһазландырылған, 20-нән ашыу клавиатуралы планшет һәм башҡа техника, 600-ҙән ашыу энциклопедия, төрлө белешмә йыйынтыҡтар, һүҙлектәр, әҙәби китаптар һатып алынған. Заманса талаптарға яуап биргән китапханала эшлекле кәңәшмәләр һәм тәрбиәүи темаларға арналған осрашыу-һөйләшеүҙәр уҙғарыла, ил кимәлендәге онлайн вебинарҙар үткәрелә.
Пленар ултырыштағы сығыштарҙа әйтелеүенсә, әле Башҡортостанда ошо йүнәлештәге 72 үҙәк эшләй. Киләсәктә мәғлүмәт-китапхана үҙәктәрен һәр муниципаль берәмектә булдырыу күҙаллана.





Вернуться назад