Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын19.09.2018
Дөйөм Рәсәй халыҡ фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әүҙемселәре Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә үткән “Илде генераль йыйыштырыу” экологик акцияһына ҡушылды. Башҡортостанда “Асылыкүл” тәбиғәт паркы сараның үҙәк майҙансығына әүерелде. Йәмәғәтселәр Республика биология-экология үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр, урындағы халыҡ һәм Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә күлдең яр буйын һәм эргәләге территорияны сүп-сарҙан таҙартты.

– Асылыкүл – республикала иң ҙур күл. Үҙенсәлекле һыу ятҡылығы йыл һайын ял итеүселәрҙе күпләп ылыҡтыра, – тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Генераль йыйыштырыу” проектының Башҡортостандағы координаторы Морат Шафиҡов. – Йәй үткәс, күл буйында тау-тау сүп-сар өйөмөн күҙәтеү кәйефте ҡыра, шуға күрә Халыҡ фронты әүҙемселәре тәбиғәт парктарында, популяр ял итеү урындарында өмәләр ойоштора. Һәр йәмәғәт ойошмаһы билдәле бер иҫтәлекле биләмәне шефлыҡҡа алһа, бик шәп булыр ине. Беҙҙеңсә, ошондай ҡараш тәбиғәт объекттарын тәртипкә килтерергә, законһыҙ сүплектәргә кәртә ҡуйырға ярҙам итер ине.

“Илде генераль йыйыштырыу” акцияһы Рәсәй Президентының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең, шул иҫәптән сүплектәрҙе бөтөрөүҙең һәм биләмәләрҙе рекультивациялауҙың комплекслы системаһын ойоштороу бурысы билдәләнгән “май” указын үтәү маҡсатында ойошторолдо.
– Сара барышында Халыҡ фронтының экологик проекты сайтында билдәләнгән законһыҙ сүплектәргә айырым иғтибар бирелде. Республикала ошондай 560 сүплек тураһында белдергәндәр.

Быйыл әүҙемселәр Белорет районында айырыуса йылдам эшләне. Улар 200-гә яҡын сүплекте асыҡланы. Район хакимиәте аҡса тапты, конкурс иғлан итеп, ошондай сүплектәрҙе юҡ итәсәк подрядсыны һайланы. Муниципаль власть органдары менән йәмәғәтселәр араһындағы бәйләнештең бик яҡшы өлгөһө был, – тине Морат Шафиҡов.


Вернуться назад