Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында белдерҙе.
– Геологик парктар буйынса бөтә донъя советы “Янғантау” геопаркы биләмәһен үҙенең исемлегенә индерергә ҡарар итте. Хәҙер беҙ был урынды төҙөкләндерергә, тәртипкә килтерергә тейешбеҙ. Шул иҫәптән туристар өсөн дә, – тине төбәк Башлығы.
Рөстәм Зәки улы беҙҙә тағы ла геопарк статусын алырға лайыҡлы ике-өс майҙансыҡтың булыуын, һөҙөмтәлә Башҡортостандың Рәсәйҙә геологик парктар үҫеше буйынса алдынғы төбәккә әйләнеү ихтималлығын хәбәр итте.