Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте11.05.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Мельникова Наталья Станиславовна, Өфө ҡалаһы Октябрь районының 309-сы балалар баҡсаһы-баланы үҫтереү үҙәге мөдире Никитина Светлана Тихоновна, Өфөләге “Восход” берекмәһенең баш идарасыһы Оточин Вячеслав Петрович, Өфө ҡалаһы Электротранспорт идаралығының троллейбус водителе Юнысов Флүр Зиннур улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы табип-урологы Чистяков Константин Александровичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы”, Өфө ҡалаһындағы 1-се балалар поликлиникаһының өлкән шәфҡәт туташы Косенко Оксана Евгеньевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, Өфө ҡалаһы Фәнни-мәғлүмәт-методика үҙәгенең бүлек мөдире Чернова Наталья Жоржовнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, Өфө ҡалаһындағы “Башҡортостан” сауҙа үҙәгенең реклама бүлеге начальнигы Мөнирова Эльза Афзал ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре”, Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Өфө ҡалаһындағы Октябрь районы идаралығы начальнигы Түләкова Гөлнара Хәмит ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре”, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Байрамғолов Нурғәли Сәхи улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад