18—19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла. Ошо айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә, ТАСС мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда шулай уҡ Рәсәй Сауҙа палатаһы етәксеһе Сергей Катырин ҡатнашты.
Ошо йылдар эсендә форум эшендә 26 илдән, Рәсәйҙең 68 төбәгенән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ике тиҫтәгә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйылған, b2b форматында 800-ҙән ашыу осрашыу үткәрелгән. Быйығы сарала тағы ла күберәк ҡатнашыусылар көтөлә.
Республика етәксеһе фекеренсә, ошондай форумдар етәкселәр йәки сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк. Йыйын эшҡыуарҙар араһында торған һайын абруйлыраҡ һәм билдәлерәк була бара, сарала ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп, сөнки унда эшҡыуарлыҡты борсоған мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле хәл ителә, бизнес бәйләнештәре нығына, тип билдәләне Рөстәм Зәки улы, конференция барышында.