Юл – яҡшы тормош көҙгөһө18.09.2018
Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы начальнигы Радмил Мөслимов ошо турала белдерҙе.

– 2023 йылға тиклем Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһын реконструкциялау проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Монтаж эштәренең хаҡы – 808 миллион һум, – тине ул.

Шулай уҡ Өфөлә яҡын йылдарҙа яңы күперҙәр, йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлдары, башҡа юл селтәрҙәре барлыҡҡа киләсәк.




Вернуться назад