Ошо исемендәге Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы нигеҙендә республика Урман хужалығы министрлығының үҙәк аппараты белгестәре Әлшәй урмансылығы биләмәһендә ҡарағай ултыртты. Бер гектар майҙанда дүрт мең төп ағас гөрләп үҫәсәк.
– Акциябыҙ Башҡортостан тәбиғәте ынйыһы Асылыкүлдең экологияһын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, – тине Әлшәй урман хужалығы директоры Илдус Мадияров.
“Йәшә, урман!” акцияһы Федераль урман хужалығы агентлығы тарафынан ойошторола. Рәсәйҙә ул етенсе йыл рәттән уҙғарыла. Сара барышында ағас ултыртыла, сәтләүек, орлоҡ йыйыла, урман тематикаһына бәйле күргәҙмәләр ойошторола, биләмәләр сүп-сарҙан таҙартыла. Башҡортостанда акция октябрь аҙағына тиклем дауам итә.