Ике ҡеүәт берләшһә…18.09.2018
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мэн Фаньли етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы делегацияһы менән осрашты. Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары буйынса коллегаһын сәләмләй. Өс йыл элек республикабыҙ ШОС саммитын ҡабул итте, быйыл иһә ойошманың йыйыны һеҙҙең күркәм ҡалала үтте, – тине Рөстәм Зәки улы. – Илдәребеҙ, уларҙың лидерҙары араһында барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ һәм партнерлыҡ рухы төбәктәр араһындағы бәйләнештәрҙә лә сағыла. Бөгөнгө осрашыу ҙа – Рәсәй–Ҡытай төбәк-ара хеҙмәттәшлеге йылы саралары программаһын тормошҡа ашырыуға индерелгән тос өлөш ул.

Республика етәксеһе Башҡортостан менән Ҡытай араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәренең әүҙем үҫешен, мәғариф, фән, мәҙәниәт өлкәһендәге уртаҡ проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын билдәләне.

Осрашыуҙа Weidong-Demos халыҡ-ара һөнәри белем биреү проекты нигеҙендә Өфөлә мәғариф үҙәген ойоштороу ниәттәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.



Вернуться назад