Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты барлыҡҡа килеүгә 230 йыл тула. Рәсми порталда Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо датаны билдәләү тураһындағы бойороғо донъя күрҙе.
Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү өсөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Евгений Маврин һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин рәйеслегендәге ойоштороу комитеты төҙөлдө. Уға 25 сентябргә тиклем Үҙәк диниә назаратының 230 йыллығын байрам итеү саралары планын эшләргә һәм раҫларға, финанслау тәртибен билдәләргә ҡушылды.