Ибрайҙа юл асылыуға халыҡтың сикһеҙ һөйөнгәне.
– Тиҙҙән Ибрайҙа Урам байрамы була икән!
– Урмансы урамында асфальтты түшәп бөтөп киләләр!
– Юл ҡотлау алдынан өмәгә сығабыҙ әле!
– БСТ килә ти бит!
– Кемдең велосипеды бар, йәш әсәләр коляскалар менән парадҡа әҙерләнегеҙ!
Аҙна буйы ошондай хәбәрҙәр менән ауыл гөрләп торҙо. Дәррәү генә өмә менән сығып, урамдарҙы таҙарттыҡ.
Шулай итеп, байрам көн дә килеп етте.
Төштән һуңға милли кейем кейгән инәйҙәр, ағайҙар күренә башланы. Сәпиттәренә атланған бала-саға, дәрәжәһен белеп атлаған ҡор баштары, самауырҙарын, ризыҡтарын күтәргән еңгә-апайҙар клуб яғына ағылды. Ысынлап та, ибрайҙарҙың шатлығы сикһеҙ: Урмансы урамына асфальт йәйелде! Тағы ла бер ҡыуаныс бар: “Республиканың иң матур ауылы” конкурсында ҡатнашып, икенсе этапҡа үттек! Һәм ошо сара айҡанлы телевидение киләсәк! Бөтә ауыл юл асылыу тантанаһына йыйылды.
Иң беренсе биҙәлгән дуғалы, егелгән аттарҙа өлкәндәр килә. Унан ҡала коляскалар менән йәш әсәләр, “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылар – велосипедтарҙа. Артта йәйәүлеләр атлай. Ә клуб алдында самауырҙар шыжлай, тәм-том, ниғмәт тулы өҫтәлдәр...
Парад клуб янынан Һүрәм туғайындағы балалар майҙансығына йүнәлде. Унда ҡыҙҙар командаһы волейбол уйнай. Майҙансыҡ кешеләрҙең шат тауыштарына күмелде: ҡатын-ҡыҙ “Наза” уйынына төштө, балалар “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйынын башлап ебәрҙе...
Клуб сәхнәһендә “Һүрәм” халыҡ фольклор төркөмө Мәрйәм Бураҡаеваның “Ҡорама юрған” хикәйәһен Гөлдәр Аҡбутина инсценировкаһы буйынса сәхнәгә ҡуйҙы. Килештерәләр! Клубтың бер мөйөшөндә ауыл шәлселәре – оҫталар йыйылған: дебетте кемдер тетә, кемдер иләй, кемдер ҡатлай, берәү сирата, икенсеһе бәйләй... Ә бер мөйөштә Лениза Аралбаеваның ҡул эштәре күҙҙең яуын ала. Нимә генә бәйләмәгән ул! Яҙмыш һынауына бирешмәй, күҙ нурҙарын түккән ҡул эштәре янында коляскала Лениза үҙе ултыра...
Ҡорама, шәл күргәҙмәләре, стенала һәр араның шәжәрәләре урын алған. Шулай булмай, июнь аҙағында ғына ауылда шаулап-гөрләп шәжәрә байрамы үтте бит!
Ә бер бүлмәлә 18 араның ҡор башлыҡтары йыйылып, ауыл хакимиәте етәксеһе Ш. Ҡолмөхәмәтов, ауыл старостаһы З. Иҙрисовтар менән бергә әңгәмә ҡора. Аҡһаҡалдарға ҡарата ошо һүҙҙәрҙе әйтергә булыр ине:
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Һеҙгә әйтеп үтәйем,
Ҡотлап Урам байрамын
Аҡһаҡалдар сыҡҡан бит,
Ил ҡарттары алда бит,
Ил ҡото – һеҙ, тибеҙ бит!
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Ауыл ҡотон тотҡан – һеҙ!
Усаҡта ут тотҡан – һеҙ!
Илгә икмәк биргән – һеҙ!
Мал көтөп, донъя көтөп,
Ил нигеҙен һаҡлаған,
Ауыл данын күтәргән,
Ил ҡаҙнаһын байытҡан
Ил тотҡаһы ирҙәр – һеҙ!
Ил һиммәте ирҙәр – һеҙ!
Ә урамда өлкәндәр, самауыр сәйен тәмләп, йәшлектәрен иҫкә төшөрә. Һәр кемдең йөҙөндә нур уйнай, һәр береһе йылмая, шат. Байрам бөгөн, Урам байрамы!