Юрист кәңәштәре11.05.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау @mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Эшһеҙ булараҡ теркәмәйҙәр

— Миңә пенсияға тиклем 1,5 йыл ваҡыт ҡалды. Быға тиклем инвалид әбейҙе ҡарай инем, тик ул вафат булды, ауылда башҡа эш юҡ. Мине эшһеҙ булараҡ хеҙмәт биржаһында иҫәпкә ҡуйыуҙан баш тарттылар. Улар хаҡлымы?
Асия, Миәкә районы.


— Рәсәй Федерацияһының “Халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы Законының 3-сө статьяһына ярашлы эшһеҙ тип:
— хеҙмәткә яраҡлы йәштәге;
— эш урыны һәм хеҙмәт хаҡы булмаған;
— эшкә урынлашыу маҡсатында мәшғүллек хеҙмәтендә теркәлгән;
— эш эҙләүсе һәм эш башларға әҙер кеше иҫәпләнә.
Ә хеҙмәт биржаһына эшһеҙ тип иҫәпкә түбәндәге осраҡтарҙа ҡуймаясаҡтар:
1. әгәр һеҙ эшләһәгеҙ, көндөҙгө бүлектә уҡыһағыҙ йәки армияла хеҙмәт итһәгеҙ;
2. 16 йәшегеҙ тулмаһа йәки пенсионер булһағыҙ;
3. шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән булһағыҙ;
4. ойошманың учредителе (ҡатнашыусыһы) булһағыҙ;
5. крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзаһы булһағыҙ;
6. суд ҡарары менән холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителһәгеҙ йәки азатлығығыҙ сикләнһә;
7. хеҙмәт биржаһына иҫәпкә тороу өсөн ялған документтар күрһәтһәгеҙ.
Эшһеҙ статусын алыу өсөн мәшғүллек хеҙмәтенә түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк:
— паспорт;
— белемегеҙ тураһында документ;
— хеҙмәт кенәгәһе;
— һуңғы эш урынығыҙҙан һуңғы өс ай өсөн уртаса эш хаҡы тураһындағы справка;
— ғариза.
Теркәү барлыҡ документтарығыҙҙы тапшырғандан һуң бер көн эсендә башҡарылырға тейеш.
Әгәр һеҙ юғарыла әйтелгән төркөмдөң береһенә лә ҡарамайһығыҙ икән, һеҙҙе хеҙмәт биржаһына ҡуймауҙары законһыҙ. Иҫәпкә ҡуйыуҙы талап итә алаһығыҙ.

Ҡап уртаға бүленә

— Ирем менән ун йылдан ашыу законлы никахта йәшәйбеҙ. Уртаҡ балаларыбыҙ юҡ, тәүге иремдән бәлиғ булмаған улым ғына бар. Бергә йәшәгән саҡта фатир, ике машина (уның машинаһы минекенә ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк) алдыҡ, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт булдырҙыҡ, магазин астыҡ. Хәҙер милекте бүлешеү мәсьәләһе тора. Миңә нимә тороп ҡала?
Ирина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


— Рәсәйҙең Ғаилә кодексына ярашлы, никах ваҡытында йыйылған бөтөн нәмә лә ир менән ҡатындың уртаҡ милке иҫәпләнә. Шулай уҡ күсемһеҙ һәм күсемле әйберҙәр, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, пайҙар, вкладтар, кредит учреждениелары йәки башҡа коммерция ойошмаларына индерелгән капиталдан өлөш һәм башҡалар. Кем аҡса түләгән, кемдең исеменә яҙылған — быларҙың береһе лә иҫәпкә алынмай. Барлыҡ милек — уртаҡ. Ғаилә кодексының 38-се статьяһына ярашлы, милек бүлешеүҙе айырылышҡас та, никахта йәшәгән ваҡытта ла эшләргә мөмкин. Бының өсөн яҡтарҙың береһенең теләге генә кәрәк. Шуға күрә милкегеҙҙе бүлешә ҡалһағыҙ, һеҙгә уның ҡап яртыһы тейеш.


Вернуться назад