Хоҡуҡтарын даулап03.12.2011
Быйыл республикала Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына йыл башынан 4,5 мең кеше мөрәжәғәт иткән. Былтырғы менән сағыштырғанда был ике тапҡырға тиерлек күберәк.
Күптәр хеҙмәт хаҡын түләүгә бәйле проблемаларҙы хәл итеү юлын эҙләй. Һөҙөмтәлә 2,3 мең кешегә 19,9 миллион һумлыҡ тотҡарланған эш хаҡы, 26 кешегә дөйөм суммаһы 300 меңгә еткән эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу, бала ҡарау буйынса пособиелар түләнгән. Граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын боҙған өсөн төрлө ойошмаларға 359 штраф һалынған.


Вернуться назад