Аһ, был урман!..18.09.2018
Туйындыра ла, уйландыра ла

Әҙәм балаһының ғүмере улай уҡ сомтор түгел инде.

Әммә шул арала ул диңгеҙҙәрҙе ҡоротоп, тауҙарҙы ыуалтып, кейек үткеһеҙ урмандарҙы ла ҡырып өлгөрә...


Бала саҡтан ғашиҡ иткән мөғжизә

Мин быуынға ултырғанда, Әбйәли­лемдәге Ҡаҙмаш йылғаһы боҙҙарын гөрһөлдәтеп емереп, бирге яҡ тау итәгенән арғы яҡтағы ҡабаҡҡа тиклем сайҡалып аға торғайны. Текә Өлкән Ҡыҙылташ морононоң көнгә ҡараған ҡыразында ҡуҡайып ултырған яңғыҙ ҡарағас, Ғарифулла олатайым әйткәнгә ышанһаң, әле бер-ике быуын эсендә ошо тирәне ҡаплап шаулаған урмандың аҡтыҡҡы осмото икән. Мин бала саҡта ҡыуғын үтә торған Оло Ҡыҙылдың ололоғо хәҙер атамаһында ғына ҡалған.

Ә яҙ һайын тулап ала торған теге Ҡаҙмаш, Бағры йылғалары... Юҡ, кеше ғүмере оҙон ул, урман-йылғалар ғына был фани донъяла оҙаҡҡа сыҙай алмай.

Әлеге Өлкән Ҡыҙылташтың иң бейек суҡыһына түгел, түбәндәрәк һерәйеп торған осортмаға күтәрелергә лә хәҙер ҡарыу етмәй, йә тын ҡыҫыла, йә баш әйләнә. Асманға олғашҡан сусаҡтарға йөрәк менән генә талпыныр саҡ етте. Уларҙан алдыңа баҫыр сәхрәләрҙе күңел күҙең менән генә байҡай башлаһаң, яҙмыш һиңә тип тәғәйенләнгән юлдың осон шәйләгәндәй булаһың. Тауҙар ҙа, һинең ялан аяҡтарыңды нисәмә мәртәбә ярған таштар ҙа әүәлге урынында, тик зәңгәр монар шаршауы артында һине әүрәтеп тә, ҡурҡытып та ятҡан урмандар ғына әллә алыҫлашҡан, әллә ер йөҙөнән тамам юйылған...

Урман уның сатыры аҫтында донъяға килгән, ағас араһында көн иткән ауыл кешеләре өсөн дә асылып, серҙәрен сисеп бармай. Йонсоу миҙгелдәр алдынан йә Бөрйәнгә тартым Урал һырты яғынан, йә беҙҙән ҡояш сығышында ятҡан Ҡырҡты, Ирәндек тауҙарынан меңдәрсә һыбайлы сабып килгәндәгегә оҡшаш геүләү ишетелә башлай. Әле бураны ла, йәшенле яуыны ла юҡ, ә йөрәккә шом һала торған алыҫ тауыш, киҫәтеү һымаҡ, алдан йөрөй. “Урман үкерә” — өлкәндәрҙең шулай төшөндөрөүе ғәмәлдә бер нәмәне лә аңлатмай. Бер-береһенә ботаҡтары менән сырмалышып күмәк үҫкән ағастар тора-бара ниңә тауышлана башлай икән? Һуң, ауыҙ-телһеҙ, күҙ-ҡолаҡһыҙ урман ни әмәл менән тауыш сығара алһын? Ағын һыу, ана, шаршыларҙа селтерләп үтә — күргән-белгән хәбәрен шул арала һөйләп өлгөрә ул, тиҙәр. Ҡумшытырлыҡ таштарын беҙ, малайҙар, аҫҡа тәкмәстереп бөткән Өлкән Ҡыҙылташ, күпме зыян күрһә лә, өнһөҙ-тынһыҙ тора бирә. Йәнһеҙҙең, тәне булһа ла, өнө сыҡмайҙыр. Ә һеҙ “урман үкерә” тип ныҡыйһығыҙ. Тауыш бирерҙәй әмәле булғас, тимәк, урмандың йәне бар?! Бала саҡтан шомланып, уйланып йөрөгәндәремдең раҫҡа сығыуына мин күп йылдар үткәс, төрлө тарафтарҙағы урмандарҙы йәнә һәм йәнә ҡыҙыра килә генә ышандым. Ышаныуым иһә, зиһенемә мәғлүмәт булып инһә лә, йөрәгемә ҡыуаныс һалманы, сөнки заман килтергән бәлә-ҡазаларҙы таш ҡына ҡымшанмай үткәрә. Йән эйәһенә иһә һыҙланыуҙар, юғалтыуҙар өлөш булып төшә.

Бер нисә йыл элек миңә Башҡортостандың ете төп мөғжизәһен һүрәтләргә тырышҡан китапты әҙерләп нәшерләүҙә ҡатнашырға насип иткәйне. Хисте өҫтөн ҡуйғанда, ғәмәлебеҙ, бәлки, үҙен аҡлағандыр ҙа. Әммә төптәнерәк фекер йөрөткәндә, ундағы мәғәнәнең һайлығын да аңлайһың. “Урал батыр” эпосы, әлбиттә, халыҡ рухының ғәйәт юғары күтәрелеше тип ҡабул ителһә лә, көй сығарыу ҡоралы йә бөжәктәрҙең инстинктив тырабызлығы менән йыйылған бал символ булырлыҡ дәрәжәгә баҫамы икән? Тупраҡ, дым, яҡтылыҡ һәм һауаның ҡөҙрәте менән ерҙә ниғмәт булырлығы ла, көнитмеште йәмләрлеге лә үҫә, тулыша, өлгөрә. Сәскәләрҙең ғәжәйеп төҫтәре, биҙәктәре, еҫтәре, емештәрҙең һәр ҡайһыһының үҙ тәме беҙҙе ниңәлер хайран ҡалдырмай. Ошо юҫыҡта уйланғанда, урмандан да мөғжизәлерәк күренеш, минеңсә, юҡ. Меңдәрсә йыл уның ҡурсалауына таянып, шунда туйынып, кейенеп ғүмер кисерһә лә, әҙәм балаһы урмандың төпкөл асылын барыбер белмәй. Ғилми тикшеренеүҙәр, ниндәйҙер күҙәтеүҙәр, урман тигән донъяның бер мәлен, күҙ күрер хәлен асһа ла, уның йәшәүе, яҙмышы, өлөшөнә төшкән көмөштөң һәлмәклеге һаман сер булып ҡала.

Мәңгелекме ул?

Хоҙай биргән хазинаның ҡәҙерен белергә, булғанды һаҡлап тотонорға кәрәк тә бит, ләкин беҙ ағас түгел, көн дә ейер ризығыбыҙ икмәкте лә самалап ашарға, юҡҡа-барға тәләфләмәҫкә өйрәнә алманыҡ. Һуғыш йылдарында, ул үткәс тә икмәккә тилмергән саҡтарҙа унан да ҡәҙерлерәк ниғмәт юҡ һымаҡ ине. Туйып, ашъяулыҡтағы һәр һыныҡты иҫәпләмәй башлағайныҡ, әпәкәйгә булған илаһи мөнәсәбәт эҙһеҙ юғалды. Мал ишәйгән, донъя бөтәйгән һайын кешенең йөрәген — май, күңелен мүк баҫа. Ҡорһаҡ ауырайған саҡта мейенең еңеләйеүендә үҙенә күрә законлылыҡ барҙыр инде.

Оло әҙибебеҙ Ноғман ағай Мусин урмандың мәңге буласағына ышаныуын ерҙәге тормоштоң һис ҡасан ҡоромаясағы менән дәлилләй. Алсаҡ күңел менән уйлағанда, ҡоро ерҙе йәшел океан һымаҡ ҡаплап ятҡан ағаслыҡтың ҡасан да булһа шоҡраясағын, ас бүреләр божраға алған айыу хәлендә йән әсеһе менән үкерәсәген кем фаразлаһын? Беҙ, урманлы мөхиттә ғүмер кисергән кешеләр, уның һис кем ҡымшандыра алмаҫтай ҡөҙрәтенә инанып үҫтек. Мостай ағай фекеренә эйәргәндә, тауҙарҙың һәм кешеләрҙең яҙмышында уртаҡлыҡ бар: бейегәйгән, күтәрелгән һайын уларҙы ҡағыусы елдәр уҫаллана, уралыусы томандар ҡуйыра бара. Урман да шулай: ҡарағай-ҡарағастары быуынға ултыра, һомғоллана килә, уларға күтәрелгән балталар күбәйә. Ошо мәлдә тәбиғәт хәлен беҙ аңларға тейеш тә бит, ләкин күп осраҡта балта рәүешенә лә, үрт сүрәтенә лә үҙебеҙ инәбеҙ.
Бәлки, күпселегенең көнитмеше урман менән бәйле булғанғалыр, башҡорттоң уға мөнәсәбәте илаһи төҫ алған. Үҫә торған ағасҡа ла зарураттан ғына тейгән, ә усаҡ-маҙарға ҡартайып йә сырхаулап ҡороғандарын ғына тотонған. Әбйәлилдән Бөрйәнгә түтә һуҡҡан юлда “Өс ҡарағас” тип йөрөтөлгән алаңғырт урын бар. Шунда донъя яралғандан бирле ултырған өс бәһлеүән, ошо тирәгә атама биреүҙән үтеп, ата-бабалар ғүмеренең оҙонлоғона ишара яһаусы символ рәүешен алғайны. Эргәләренә яҡынайырға ла баҙнат итмәгән ҡарағастарҙың нәҡ беҙҙең быуын ағымында ауып юҡҡа сығыуында әйтергә лә ҡурҡыныс ишара күрәм.

Минең яҙмышымда донъяға ҡарашыма һәм хатта зауығыма йоғонто яһаған ваҡиға 1969 йылдың ахырына ҡарай булғандыр. Белорет ҡалаһына “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе итеп күсеүҙе башта металлургтар мөхитенә барып инеү тип уйлағайным. Әлбиттә, Иҙел башы йәки Ҡатай, күп быуындар хәтерендә суйын ҡайнатыу, ҡорос иретеү, сым һуҙыу, ҡорос арҡандар үреү урыны булып уйылып ҡалған. Ғәмәлдә ошо төбәк иҡтисадын металлургия сәнәғәте формалаштыра торғайны ла. Ләкин ике ҡала, өс район тормошон һүрелтмәй яҡтырта барыу бурысы йөкмәтелгән хәбәрсе завод цехтары менән генә ҡәнәғәтләнә аламы инде? Ул замандарҙа алда компьютер ҙа, интернет та юҡ. Классик фекерен ябайлаштырып әйткәндә, өс юллыҡ хәбәр хаҡына, алһыҙ-ялһыҙ, өс тәүлек ил гиҙәһең. Ниндәй тәгәрмәс эләгә, шуның менән урыҡ-һурыҡ йөрөү, ғаиләңдән ситтә йыш ҡына тәғәм йәһәтенән кеше мәрхәмәтенә ҡалыу, әлбиттә, йонсота. Шул уҡ ваҡытта йәшәүҙең асылы йомшаҡ урын менән татлы ризыҡта ғына түгеллеген дә аңлайһың.

Белорет, Бөрйән тарафтарын ҡыҙыра башлағас, мин урмандарҙың ысын шырлығын, ҡырыҫлығын яҡындан күрҙем. Улар самолеттан байҡап үткәндә генә хәтфә келәмде хәтерләтә. Тигеҙ юлдың ике яғында ҡалғанда ғына күләгәле лә, йылы ла, һәр кемде ихлас ҡаршылағандай. Дөрөҫөндә, ағас араһы йәшел ожмах булыуҙан алыҫ. Тәҡәт таптырмаған серәкәй-күгәүендәре, минеңсә, ҡала кешеһенә айырата ажарланып ябырыла шикелле. Себен генә түгел, сит күҙҙәрҙән, ят ҡулдарҙан урман бөтә саралар менән һаҡланырға тырыша. Ағастар бит ел-дауылдарҙы ла бер-береһенә һыйынышып үҫкән өсөн үткәрмәй. Зарураты килгәндә урман үҙен генә түгел, кешеләрҙе лә дошмандан ышыҡлай. Боронғо замандарҙа ул сит яуҙар юлына кәртә булып ятҡан. Ҡышҡы ыҙғырҙарҙа урманда төн үткәрергә мәжбүр ҡалған кешеләр, ике ағасты йығып, шуларға ут һалып, урталарында йылынып йоҡлаған. Әмәлен белгән кеше бында асыҡмай ҙа, яланғас та булмай, түшәк-юрғанһыҙға ҡалмай.
Урмандың телен аңлау, холоҡ-фиғеленә яраҡлашыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән. Уға ғүмер баҡый һыйынып йәшәгән кешеләрҙе лә көтөлмәгән ҡырыҫлығы ҡурҡыта, һис ҡасан да сиселеп бөтмәҫтәй серҙәре шомға һала. Шуғалыр урмандағылар ҡарт ағасҡа оронмаҫҡа, йәштәренең олонон йәрәхәтләмәҫкә, ҡырмыҫҡа атлы “халыҡ”тың йорт-ерен урап үтергә тырыша. Һәр хәлдә мин, бер ҡатлы кеше, бындағы тормоштоң сикһеҙлегенә осмот та шикләнмәй инем.

Кешелек өсөн ҡорбан булырға ла әҙер

Мәңгелек, һис ҡымшанмаҫлыҡ тип йөрөгән урман тирәһендә ниңә бығаса булмағанса ығы-зығы ҡупты һуң әле? Тармаҡ белгестәре һәм ғалимдар ғына түгел, ошо даирәнән алыҫ йөрөгән бик күптәр “ерҙең йәшел ҡалҡаны”на ни сәбәпле йыш мөрәжәғәт итә? Бер уйлағанда, был ғәжәп тә түгелдер, сөнки әлеге “ҡалҡан” ғәйәт оло милли хазинабыҙ ҙа ине бит. Рәсәй биләмәләрендә 800 миллион гектар урман бар, тиҙәр. Әгәр ағасҡа күсереп иҫәпләгәндә, был — донъялағы бөтөн ағас запастарының өстән ике өлөшө тигән һүҙ. Ә бит ер йөҙөндә Канада, Бразилия кеүек икһеҙ-сикһеҙ урманлы дәүләттәр бар! Күңелдә йәнә шик тә йөрөй. Себер, Алыҫ Көнсығыш тайгаһын кем ҡыҙырып сыҡҡан да ағасын кем үлсәгән? Илебеҙ урмандары, бәлки, 800 миллион түгел, ә миллиард гектарҙыр? Бына мин, Белорет тауҙарына күтәрелеп, офоҡҡа барып олғашҡан ағастарҙы күргән һайын, уларҙың осо-ҡырыйы булыуға ышана алмайым. Әйтерһең, ошондағы уйпаттарҙағы, битләүҙәрҙәге меңдәрсә гектар урмандың көлгә осҡанын онотҡанмын.

Өҫтән-мөҫтән ҡарағанда, Белорет тауҙары йәшел тунын һаҡлаған һымаҡ. Юҡ, ҡиммәтле ҡарағай, аҡ шыршыһы ҡырҡып алынған диләнкәләрҙә ваҡ-төйәк ҡыуаҡ, уҫаҡ үҫә. Кешеләр ҡарағай үҫентеләрен ултыртырғамы-юҡмы тип елкә тырнаған арала буш ҡалған ерҙе тәбиғәт үҙенсә ҡапларға тырыша. Белорет, Бөрйән генә түгел, Башҡортостандың бүтән төбәктәрендәге урмандарҙың да ҡуйылығы — күҙ бәйләү генә. Ғәмәлдә уларҙағы ҡиммәтле төр ағас киҫеп алынған. Әгәр беҙ Башҡортостан еренең 46 процентын урман алып ята, тип элекке һандарға ышанып йәшәһәк, үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдау булыр ине. Эйе, күп урындарҙы ағаслыҡ, ҡыуаҡлыҡ ҡаплаған, әммә ул тулы мәғәнәһендәге урман түгел.

Мәғлүмдер, урманды ҡырҡыу һәм ундағы бүтән төрлө байлыҡтарҙан файҙаланыу мәсьәләһендә сикләүҙәр, хатта ҡәтғи тыйыуҙар элекке замандарҙа ла бар ине. Йылғаға яҡын урманға күҙ һалаһы булма, текәлеге 45 градустан уҙған битләүҙәге ағасҡа оронма, юғиһә ундағы тупраҡты һыу йыуып төшөрә, ҡалалар тирәһендә тейелмәҫ йәшел зона булһын, уларһыҙ ҡала тонсоғасаҡ. Ҡала эсендә лә йәшеллектең күберәк булыуы хәйерле, сөнки газлы, саңлы һауаны ағастан да шәберәк нимә таҙартһын?

Ләкин тормош фән тәҡдим иткәнсә йә закондарҙа теркәлгән ҡағиҙәләр буйынса ғына барһа икән. Ғүмерҙең ҡайһы бер мәлдәрендә әҙәм балаһы үҙ ҡулы менән күтәргән өйөн дә ташлап китергә мәжбүр. Ленинград ҡалаһын алман ғәскәрҙәре килеп ҡамағас, халыҡ туңып үлмәҫ өсөн алтынға торғоһоҙ китаптарын, аҫыл йыһазын, парк-урамдарҙағы ағастарҙы ҡырҡып, тимер мейестәргә тыға. Һүҙ ыңғайында. Мебелде эшләп була, парктар түгел, хатта урмандарҙы ҡабаттан үҫтерергә мөмкин, бары кеше зиһене һәм рухының балҡышы китап ҡына тәүге асылында яңынан тыуа алмай.

Урман, күпселектә кеше ҡулы менән үҫтерелмәһә лә, зарураты төшкәндә уға ярҙамға килә, хатта үҙен ҡорбан итә. Әлеге Белорет яҡтарына әйләнеп ҡайтҡанда, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡалаға яҡын байтаҡ урындарҙың ағасы металлургия комбинаты мәнфәғәттәрендә ҡырҡылған. Инйәр ҡасабаһы тирәһендә, леспромхоздар эшләгән төбәктәрҙә лә шул уҡ хәл. Ул саҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һыу режимы, эрозия тураһында сафсата һатыу ҡайҙа ул!.. Инйәр тирәһендә генә күмер яндырыусы ун ике ям эшләгән. Ул саҡтағы технология буйынса, мартен мейестәре ағас күмерһеҙ сыҙамлы, һығылмалы ҡорос ҡайната алмаған. Тимер юл өсөн ағас шпалдар, йәшник, мискә таҡталары, шахта таяуҙары, шул уҡ ябай таҡта, брус, утын рәүешендә лә алмаштырғыһыҙ булған. Миңә Белорет районының Үҙән ауылы эргәһендәрәк Ҡатарыж тигән тауҙы күрергә яҙҙы. Уның текә битләүҙәренән ағасын киҫеп алғас, тупрағын һыу йыуған һәм хәҙер тау яп-яланғас, ҡыуаҡ түгел, үлән дә тамырланып китә алмай.

Рәсәй урмандары, картаға ышанһаҡ, йәшел океанға оҡшаш. Алыҫ Көнсығыш, Себер, Европаның төньяғы, төньяҡ һәм Урта Урал... Швед ғалимы, урмандар тарихын өйрәнеүсе Кай-Карри Линдаллдың образлы һүрәтләүе буйынса, Урал тайга­һы, тел рәүешендә һуҙылып, Көньяҡ Урал армыттарына төшә. Беҙ ҙур, киң тип рәхәт­ләнеп йөрөгән Башҡортостандың ылыҫлы урмандары ғәмәлдә ҙур тайганың бер тел осо ғына икән.

Ашатҡан да, йәшәткән дә – ул

Хәстәрлекле ниәт менәнме, яуыз уйҙы ҡыуыпмы, иллә урман борон-борондан хакимдарҙың да, уларҙың ярандарының да иғтибар үҙәгендә булған. 1998 йылдың йәйендә Урман хужалығы министрлығы етәкселәре миңә “Рәсәйҙең урман байлыҡтарын һаҡлау һәм күбәйтеүҙә булышлыҡ иткән өсөн” билдәһенә ҡушып, илдә урман департаментын булдырыуға йөҙ йыл тулыуға арнап сығарылған ғәжәп китаптың факсимиль баҫмаһын бүләк ит­кәй­не. Баҡтиһәң, урмандар менән дәүләт­тең идара итеүе Рәсәйҙә Бөйөк Петр батшалыҡ иткәндә барлыҡҡа килгән. Хаким урман мәсьәләләренә ҡағылышлы ике йөҙгә яҡын указ, бойороҡ һәм күрһәтмә биреп өлгөргән.

Рәсәй хакимдары артабан да “йәшел ҡалҡан”дан йөҙ бормаған. Ул ғына ла түгел, совет власы йылдарында урман хужалығының аныҡ эшләүсе, ҡәтғи тәртип тотоусы һәм хәстәрләүсе системаһы булдырылғайны. Ике инҡилап, һуғыштар, сәнәғәтте үҫтереү мәшәҡәттәре, әлбиттә, уның хәлен насарайтты. Шул уҡ ваҡытта 17 миллион гектарҙа ҡулдан урман үҫтерелде. Әгәр сағыштырырға мөмкин булһа, был майҙан бәғзе ҙур Европа илдәрендәге бар урмандан артып китә. Эх, йыл һайын 700 миллиондан күберәк гектарҙа йәшеллекте янғындан һаҡлау саралары үткәргән саҡтар бар ине... Урмандарҙағы патологик үҙгәрештәрҙе шул мәлдә үк асыҡлау, хәлдең ҡайһы яҡҡа ауышыу ихтималлығын тиҙ арала билдәләү системаһы булдырылғайны. Ағастарҙың ауырыуына һәм зарарлы бөжәктәргә ҡаршы көрәш бер юлы тотош майҙанда, өҫтөнлөклө рәүештә биологик алымдар менән алып барылды. Совет власының һуңғы йылдарында урмандарға радиацион мониторинг үткәреү системаһы булдырылғайны.

Уҙғандар өсөн уфтаныуҙан түгел, әммә урман фондының өс процент самаһының утыҙ йыл элек кенә айырым һаҡ аҫтына алынған урман биләмәһе булыуын, дөйөм майҙаны 6,5 миллион гектарҙа 30 милли парктың эшләүен нисек онотмаҡ кәрәк? Хәҙер улар именме? Эштәре уңмы? Бәғзе ҡомһоҙҙар тейелгеһеҙ хазинаға ла ҡул һуҙмаймы?

XIX быуаттың ахырында — XX быуат­тың башында Рәсәй сәнәғәте ифрат йылдам үҫкән. Был хәлгә илдең ғәйәт бай сеймал ресурстары булышлыҡ иткән. Улар араһында урмандың урыны бик лайыҡлы. Беренсе донъя һуғышы алдынан үҙ­ләш­терелгән 100 – 120 миллион гектар башлыса Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге үҙәк, көнбайыш, көньяҡ һәм Урал алды төбәк­тәренә тура килгән. Сәнәғәттең ғөмүми күтәрелеше урман тармағында ла был йәһәттән ирекле эшмәкәрлекте әүҙемләш­тереүгә этәргес биргән. 1912 йылда Рә­сәйҙә ағас эшкәртеүсе төрлө предприя­тиеларҙа 377013 кустар һәм 31092 фабрика эшсеһе иҫәпләнгән. Кустарҙар күбеһенсә имән, йүкә һәм туҙ эшкәртеү менән булышҡан. Мискә кеүек әйберҙәр, экипаждар, үрелгән кәрәк-яраҡ, ҡырып, һырлап яһалған нәмәләр тиҫтәләрсә мең оҫта ҡулынан сыға торған. Урман кәсеп­тәре Түбәнге Новгород (ҡалаҡ һәм сеүәтә-туҫтаҡтар), Ҡазан (кырандас), Тула (тә­гәрмәс һәм мискәләр), Курск (дуға) губерналарында һәйбәт таралған. Үҙен­сәлекле вә тыйнаҡ ғалимыбыҙ Мирза Муллағолов та “Башҡорттарҙың урман кәсебе” тигән хеҙмәтендә төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең шөғөлдәре тура­һын­да ифрат ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә.

Ә уҙған быуаттың тәүге йылдарында, Рәсәй мәғлүмәттәренә әйләнеп ҡайтҡанда, 1910 йылдан 1912 йылға ҡәҙәр, мәҫәлән, эшкәртелгән ағас продукцияһын һатыу – 136 процентҡа, шул иҫәптән бысылған ағас — 135, фанера — 180, паркет һәм столяр-төҙөлөш әйберҙәре етештереү — 178, мискә-көбө, көрәгә әйберҙәре — 150, музыка инструменттары — 129, өй йыһаздары 144 процентҡа артҡан. Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә төп капиталы 47,7 миллион һум тәшкил иткән 49 акционерлыҡ һәм пай йәмғиәттәре булған. Ошо ваҡытта ағас эшкәртеү сәнәғәтенә 162,4 миллион һум капитал һалынған, 1893 – 1901 йылдар эсендә ҡаҙна урмандан 281 миллион һум саф табыш алған. Әлеге миллиондарҙың хәҙерге курсҡа күсереп иҫәпләгәндә, нисә һум тәшкил итеү ихтималы тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс.

Шул замандарҙан 100 – 120 йыл ғүмер үтте. Күп тетрәнеүҙәр кисергән дәүләт өсөн дә, әҙәм балаһы өсөн бигерәк тә, ҙур ара инде. Әммә, икенсе яҡтан фекер йөрөткәндә, донъяның һәр илендә тиерлек хужалыҡтарҙың үҫеүе йылдамланды. Сеймал ҡулланыу һәм унан төшөм алыу сағыштырғыһыҙ артты. Урман да иҡтисади сәйәсәттә үҙ урынын биләүен дауам итә. Ләкин ниндәй урын ул һәм әлеге сәйәсәт кемдәр мәнфәғәтендә ғәмәлгә ашырыла?

Дәүләттә төрлө документтар хасил була, онотола, ғәмәлдән сыға тора. Был — тәбиғи процесс. Рәсәйҙең яңы тарихында ла улар аҙ ҡабул ителмәне. Дәүләт кимәлендә урман тураһында хәстәрлек бар ҙа һымаҡ. Ә төптәнерәк фекер йөрөткәндә... Быйыл апрелдә дәүләт Советының Улан-Удэ ҡалаһында үткән ултырышында Владимир Путин: “Рәсәй — иң ҙур урманлы дәүләт, ләкин ошо ресурстарҙы һәүетемсә файҙаланыу барып сыҡмай ҙа ҡуя”, — тип үкенесен еткерергә мәжбүр булды. Әйткәндәй, быйыл көҙ урманға ҡағылышлы дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре ҡабул ителәсәк. Ҡыҙыҡһынғандар был документ менән Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының сайтында таныша ала.

Тейешенсә файҙаланмағас...

Алдараҡ урман эшкәртеү тармағында 20–30 йыл әүәл эштәрҙең ни рәүешле булыуына ишара яһағайным. Оло быуын кешеләре “Башлес” комбинаты предприятиеларының йылына биш миллион кубометрға ҡәҙәр ағас әҙерләгәнен хәтерләйҙер. Шул уҡ ваҡытта был һан эйфория уятырға ла тейеш түгел, сөнки Башҡортостан ҡулланыусыларға башлыса бүрәнә (кругляк) оҙата ине. Таҡта, бурса кеүек ябай әйберҙәр ҙә продукцияның төп балансында аҙ ғына процент тәшкил итте. Ә инде ағасты тәрәнтен эшкәртеү, ылыҫлы булмағандарҙы әйләнешкә күберәк индереү ғәмәлдә һүҙ генә көйө ҡала килде. Илдә хәҙер иҫәпкә ингән 800 миллион гектар самаһы урман бар тигәйнек. Ләкин ошо байлыҡтың өстән ике өлөшөн ағас эшкәртеүселәр файҙалана алмай. Төп сәбәбе — транспорт коммуникация­ларының алыҫ булыуы. Мәғлүм булһын, совет власы йылдарында урмандарға илтеүсе 300 мең километр юл һалынған. Хәҙер иһә был эшләнмәй, сөнки шәхси милектәге урман хужаһына юлдың хәжәте юҡ, ул ағасты ҡырҡмай-нитмәй генә һатып ебәрә. Аҫыл төрҙәрҙе генә һайлап киҫәләр. Тотошлай, диләнкәләп, элеккесә юғары һәм түбәнге келәттәр булдырып ҡырҡыу булмағас, урманға юл һалыу артыҡ эш тип һанала, ағасы киҫелгән урындарға үҫентеләр ултыртылмай, ботаҡ, ос йыйып алынмай, сереп, сир таратып ята.

Әлеге 800 миллион гектар урмандың күпселек өлөшөнә балтаның барып етмәүенә ҡыуанырға ла кәрәктер, ләкин был — хужаһыҙлыҡ күренеше. Дөрөҫөрәге, урман сәнәғәтенең, транспорт һәм эшкәртеү инфраструктураһының үҫешмәүе сәбәпле, хроник көрсөккә дусар ителеүе. Тимер юл транспорты ағас ташыу өсөн ҡиммәткә төшә. Автомобилдәрҙә лә ырата алмайһың, сөнки ағасты 120–250 саҡрымдан алыҫыраҡҡа ташыған саҡта килем юғала — яғыулыҡ урман киҫеү-ташыу эштәре үҙҡиммәтенең 40 процентына барып етә. Белгестәр күп кенә целлюлоза-ҡағыҙ комбинаттарының бөлөүен һәм ябылыуын шуның менән аңлата.

Юғарыла “Башлес” комбинатының йылына 5 миллион кубометр ағас әҙерләй алғанын хәтергә төшөргәйнек. Былтыр, һәр төрлө предприятиеларҙың һәм халыҡтың үҙ ихтыяждары өсөн ҡырҡҡанын да күмәртәләп иҫәпләгәндә, әҙерләнгән ағас 3,3 миллион кубометр тәшкил иткән. Урмандарҙы ҡуртымға алыусылар иһә улар өсөн бүленгән участкаларҙың өстән бер өлөшөнөң генә ағасын ҡырҡып алған. Сәбәбе — ҡуртымсылар ағасты, әйткәнебеҙсә, тамырында ғына һатып ебәрә.

Урман эшендә фәҡәт отошто ғына ҡыуған бизнесмендар, төпкөлгә юл үткәреп сығымдар күтәреүгә ҡарағанда, ҡырҡып ташыу өсөн уңайлы урындарҙа эш алып барыу юлын һайлай. Дәүләт урман-сәнәғәт хужалыҡтары күп урындарҙа ҡалдыҡ урмандарҙы киҫә. Ағас эҙләп, улар йылға, юл буйҙарына, ҡала тирәләренә, хатта урман-парктарға ла килеп етә. Төшөм артынан ҡыуыусылар урмандың йылғаларҙың мул һыулылығын, балыҡ ыуылдырыҡ сәсер урындарын, тупраҡты эрозиянан һаҡлауын иҫәпкә алмай. Әйткәндәй, һаҡлағыс урмандар бөтөн был фондтың сиреген тәшкил итә. Тимәк, ымһынырлыҡ нәмә бар. Бынан бер нисә йыл элек “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының директоры Михаил Косарев миңә ҡурсаулыҡ һәм “Алтын солоҡ” заказнигы урмандарына ымһыныусылар менән ни ҡәҙәре ауыр көрәш алып барыуы тураһында һөйләгәйне. Михаил Николаевич — ныҡыш, уҡымышлы, төрлө алыштарҙа бешеккән кеше.

Ул тиҙ генә бирешеп бармаҫ, ләкин урманһыҙ ҡалған хоҡуҡһыҙ халыҡтың өйлөк, мунсалыҡ, кәртә-ҡуралыҡ та ағас ала алмай интегеүе — бөгөнгө көндөң хурлыҡлы ысынбарлығы. Урындағы халыҡты урмандан айырыу уның күңелендә урман яҙмышына ҡарата ғафиллыҡ тыуҙырмаҫмы?

Ҡарағайҙың йырын ишетәм...

Мәғлүм булыуынса, ағас 150-200 йылдан үҫеп нығына. Диләнкәлә тәүҙә үлән һәм ҡыуаҡтар, торараҡ улар аша целлюлозаға ғына ярарлыҡ ҡайын менән уҫаҡ үҫеп сыға. Тик 80–100 йылдан һуң ғына урман ылыҫлыға әйләнә. Ә сифатлы таҡта бысырлыҡ йыуанлыҡҡа ағас 150–200 йылдан ғына етә.

Урмандың үҫеү ваҡытын ҡыҫҡартыу әмәле лә бар. Бының өсөн массивтарҙы тәрбиәләргә кәрәк. Етмешенсе йылдарҙа, урмансылар менән йыш аралашҡанда, Аркадий Бурков, Александр Хрусталев кеүек яҡын кәңәшселәрем шундай фекер әйтә торғайны: диләнкәләрҙе 100, 200 гектар, хатта 50 гектар итеп бүлеү — хөрт эш. Диләнкә бәләкәй булған һайын ағас орлоҡтары тупраҡҡа тиҙерәк эләгә һәм үҫеп китә. Ә инде иң яҡшыһы — урманды аралаштырып, йәғни һирәкләтеп ҡырҡыу. Финляндияла, мәҫәлән, ылыҫлы урмандарҙың өстән бер өлөшөн 30–40 йыл һайын һирәкләп ҡырҡалар икән. Шулай иткәндә урман ылыҫлы булып һаҡлана, ҡалған ағас тиҙерәк үҫә, олондары йыуан була. Һөҙөмтәлә Финляндияла урман фондының һәр гектарынан, һирәкләп, уртаса 2,5 кубометр ағас алалар, Рәсәйҙә иһә ул кубометрға ла тулмай.

Финляндия тигәндән. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йылғаларҙың һайығыуы афәткә әүерелде. Мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән төрлө саралар тәҡдим ителә. Ләкин ул тәбиғәт ҡулында. Йылғаларҙың һыулы булыуы, мәғлүмдер, урман менән бәйле. Белгестәр һығымта яһауынса, әгәр төбәк биләмәһенең кәм тигәндә яртыһын урман ҡаплаһа, һыу менән тәьмин ителеш йыл әйләнәһенә тотороҡло була. Әгәр, Финляндиялағы һымаҡ, беҙҙә лә биләмәбеҙҙең 70 процентында урман үҫһә, бәлки, һыу һаҡлағыстар ҙа кәрәкмәҫ ине.

Күңелһеҙ, әммә йөрәкте гел генә өйкәп торған мәсьәлә тураһында һөйләшеүгә нөктә ҡуйырҙан алда йәнә бер хәлде генә хәтерегеҙгә төшөрөр инем.

Урман хужалығын совет осорондағыса алып барыу системаһын белорус күршеләр һаҡлап ҡалған. Шул арҡала, беҙҙә үрт тиҫтәләрсә мең гектар урманды ялмағанда, сик аша ғына сыҡҡан янғын шунда уҡ баҫыла. Белоруссия тикшеренеү үҙәге булдырыу өсөн Бөтә донъя банкыһынан кредит ала. Ҙур аҡса түгәләр, тип уларҙы тиргәйҙәр, ләкин күршеләрҙең урман селекцияһы буйынса хеҙмәттәрен хәҙер беҙҙә лә файҙаланалар. Ә Рәсәйҙә институттар харап була. Өҫтәүенә Белоруссияла ағас ҡырҡыу менән нәҡ дәүләт шөғөлләнә һәм унда урман хужалығы үҙен аҡлай.

...Ябай кешегә күп нәмә кәрәкме инде? Ҡарҙарын ҡойоп, ҡарағай ботағын үрелеп эйелтәһең дә сикәңә терәйһең. Әскелтем еҫ тын юлдарыңды ярып инһә, хәсрәт-хәстәрҙәрең, сир-сырхауҙарың әллә ҡайҙа юғалғандай. Бейәләйҙе сисеп, ҡарағай олонона устарымды ҡуям һәм һиҙәм: ул тере лә баһа, йөрәгем ҡағышына яуап биреп тора! Хәҙер инде миңә йылы ла, рәхәт тә. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: туңып ятҡан ҡарҙарҙы ҡояш яҡтыртып, йылытып ебәрә, ҡар һыуҙары сөкөрләшеп терелә, әле баҙлап та өлгөрмәгән ерҙән, йондоҙҙай емелдәшеп, сәскәләр хасил була, ҡош-ҡорт зыу килә... Тәбиғәттә һәр нәмә шул ҡәҙәр аҡыллы ҡоролған һәм бер үк ваҡытта ябай ҙа. Һин беләһең, ошо ғәжәйеп урмандан яҙ китеп бармай. Йәй ҙә үтмәй. Ҡарағайҙың суғырмаҡ олонона һыйынам һәм уның йырлағанын ишеткәндәй булам. Уның һүҙһеҙ генә йыры нимә тураһында һуң? Ялбыр йәшел сәсле сибәркәй кем өсөн тырыша икән? Бәлки, үҙе өсөн генәлер. Төпһөҙ күк өсөндөр. Әле һәр тарафтан минән күҙен алмаған кейектәр һәм ҡоштар өсөндөр. Мәңгелеккә һеңеп юғалыусы ҡар өсөндөр. Ул йыр шулай ҙа миңә бағышланалыр, тип өмөтләнәһе килә. Ысындан да минең өсөнмө икән? Әгәр раҫ килһә, хайран ҡалырлыҡ йомартлыҡ! Ул саҡта йомартлыҡ менән үк яуап бирергә тура киләсәк. Быға мин әҙерменме?

Эй, таланған, кәмһетелгән, һөймәлекле урман!..



Вернуться назад