Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота ала, тип белдерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре. Улар иҫәбенә аҡсалата компенсация, субсидиялар, 70 йәшен тултырған граждандарға капиталь ремонт өсөн түләү инә.
Айлыҡ аҡсалата компенсацияға кем хоҡуҡлы?
Был төркөмгә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгәндәр, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, радиация йоғонтоһонда булғандар, күп балалы ғаиләләрҙең ҡайһы бер категориялары инә. Айлыҡ аҡсалата компенсацияның күләме нисек иҫәпләнә һуң? Был күрһәткес өс һәм унан күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡының республика стандарттарына ҡарата проценттарҙа билдәләнә. Был стандарттар йыл һайын Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан һәр муниципаль берәмек буйынса айырым билдәләнә.
Субсидияның тәғәйенләнеше
Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар һәм граждандарҙың социаль яҡтан яҡланмаған башҡа категориялары ошондай хоҡуҡҡа эйә. Субсидияны алыу өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы стандарттарынан сығып иҫәпләнгән граждандың ошо хеҙмәттәргә сығымы менән ғаиләнең дөйөм килеме араһындағы нисбәт иҫәпләп сығарыла (ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15 процент, яңғыҙ йәшәгән пенсионер өсөн – 18 процент, граждандарҙың башҡа категориялары өсөн – 20 процент). Мәҫәлән, граждандың уртаса айлыҡ килеме 10 мең һум, ә республика стандарттарынан сығып иҫәпләнгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә сығым 2100 һум, йәғни 20 проценттан күберәк ти. Был осраҡта кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдың бер өлөшөн дәүләттән ҡаплатыу өсөн субсидияға хоҡуҡлы. Балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән, килеме лә шул уҡ 10 мең һум булған ҡатын да ошондай уҡ өҫтөнлөккә эйә. Әммә уның торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымы 1600 һум тәшкил итәсәк, сөнки тулы булмаған ғаиләләр өсөн был күрһәткес 15 процентҡа тиклем түбәнәйтелгән.
Әйткәндәй, 2014 йыл аҙағынан субсидия күләмен билдәләгәндә капиталь ремонтҡа сығымдар ҙа иҫәпкә алына.
2016 йылдан башлап яңғыҙ йәки пенсия йәшендәге эшләмәгән граждандарҙан ғына торған ғаиләлә йәшәгән, 70 йәше тулған һәм торлаҡ милексеһе тип теркәлгән эшләмәгән кеше капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә сығымды ҡаплау йәһәтенән айырым компенсация алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә бер шарт бар – был кеше айлыҡ аҡсалата компенсация ла, субсидия ла алмаҫҡа тейеш, сөнки капиталь ремонтҡа сығымдарҙы компенсациялау ҙа уларҙың составына инә.
70 йәштән өлкәнерәктәр, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 50 процент, 80 йәше тулғандар иһә 100 процент күләмендә компенсация ала. Шул уҡ ваҡытта айлыҡ аҡсалата компенсация түләнгән, 80 йәшен тултырған кешеләр капиталь ремонт буйынса өҫтәмә алырға хоҡуҡлы.
Ҡайҙа рәсмиләштерергә?
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды ҡаплау буйынса айлыҡ аҡсалата компенсацияны, капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә субсидияны йәки компенсацияны, шулай уҡ айлыҡ аҡсалата компенсацияға өҫтәмәне рәсмиләштереү өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына йәки бүлектәренә, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеге Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтындағы “Түләүҙәр, компенсациялар” бүлегендә бирелгән. Сайтта онлайн-калькулятор бар. Уның ярҙамында документтар тултырыу һәм тейешле органдарға мөрәжәғәт итеү кәрәкме-юҡмы икәнлеген асыҡларға була. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидияның яҡынса күләмен иҫәпләп сығарыу өсөн таблицаға йәшәү шарттары, ғаилә составы, килеме һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә фактик сығым күләме тураһындағы мәғлүмәтте яҙыу шарт.
2017 йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 810 мең кешегә, быйыл өс айҙа иһә 765 мең кешегә ошо өлкәлә социаль ярҙам сараһы күрһәтелгән. Былтыр федераль һәм республика ҡаҙнаһынан компенсация рәүешендә уларға – 7 миллиард 810 миллион һум, 2018 йылдың тәүге кварталында 1 миллиард 957 миллион һум түләнгән. Түләүҙәрҙең уртаса күләме лә артҡан. 1 июлдән тарифтар үҫеүен иҫәпкә алғанда, компенсациялар ҙа ҡануниәткә ярашлы индексацияланасаҡ.