Башҡортостан ауыл хужалығы институтынан һуң уңышлы эшләп йөрөгән йәш ветеринар бер көн уҡытыусы булырға, балалар араһында эшләргә теләүен аңлай. Шул мәлдән алып Нурия Ваһапова бына 22 йыл инде мәктәп тормошонан айырылғаны юҡ.
Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә ул. Атаһы Ахун Ғәбит улы Бөйөк Ватан һуғышынан инвалид булып ҡайта. Әсәһе Фатима Баһауетдин ҡыҙы башланғыс кластарҙы уҡыта. Улар ете балаһын да юғары белемле итә.
Ул заманда мәктәптә уҡыусылар бик күп була, һәм Нурияның әсәһенә эштән һуң ҡайтырға, төндәрен йөҙҙән ашыу дәфтәр тикшерергә тура килә. Ярай әле үҙ балалары ярҙамсыл, ҡайтыуына барлыҡ йорт эшен башҡарып ҡуя. Өлкән класҡа күскән Нурияһы хатта дәфтәр тикшерешә, алмашсы кәрәк булған саҡта әсәһе урынына дәрес тә үткәргеләй.
Мәктәп эшен яратһа ла, ауыл хужалығы белгесенә уҡырға бара Күгәрсен ҡыҙы. Кешене яҙмыш йөрөтә, тиҙәр бит. Был юлы ла шулай була: институтта Нурия Ахун ҡыҙы ғүмерлек йәре Миңлеварис Ғәлимйән улын осрата. Йәш ғаилә егеттең тыуған яғы — Ауырғазы районына ҡайта. Уларҙың улы менән ҡыҙы донъяға килә. Шул саҡ йәш әсәнең уҡытыусы булыу теләге тағы ла көсәйә, күрәһең — Болотин мәктәбенә химия һәм биология уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырылғас, шунда уҡ ризалаша. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
Район етәкселеге Нурия Ваһапованың күңел һалып эшләүен, ныҡышмаллығын күреп, уны мәктәп директоры итеп тәғәйенләй. Ул етәкселек иткән осорҙа яңы мәктәп төҙөлә, белем усағы "Йыл мәктәбе" конкурсында бер нисә тапҡыр еңеү яулай.
2010 йылда Нурия Ахун ҡыҙын Туҡай мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла иңенә ҙур бурыстар өйөлә. Алты ауыл балаһы уҡыған белем усағында тәртип менән татыулыҡтың хакимлыҡ итеүе, автобуста йөрөүсе уҡыусыларҙың дәрескә ваҡытында килеүе һәм ҡайтыуы фәҡәт уның тәжрибәһенә, ойоштороу һәләтенә бәйле.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы Нурия Ваһапова эшендәге уңыштары өсөн үҙен ярҙамдан айырмаған хеҙмәттәштәре — уҡытыусылар Елена Андрееваға, Лидия Храповаға, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Валерий Нагаевҡа, әйҙәүсе белгестәр Ришат Бикмаевҡа, Вилә Ғәббәсоваға һәм хәҙерге коллективына рәхмәтле.
Ауырғазы килене йәмәғәт эшен башҡарырға ла өлгөрә: ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы итеп һайланған.
Хәҙер Нурия Ахун ҡыҙы менән Миңлеварис Ғәлимйән улының балалары, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫты. Венер — Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығында, Венералары Өфө дауаханаларының береһендә эшләй. Улар үҙҙәренең тиңен табып, матур ғаилә ҡорған. Килендәре Ләйсән — терапевт, кейәүҙәре Наил — хирург.
Яңыраҡ Венер менән Ләйсән Нурия Ахун ҡыҙының юбилейына ҙур бүләк яһаны — кескәй Камиланы алып ҡайтып, өләсәй бәхете бүләк итте.
Н. РАФИҠОВА.
Ауырғазы районы.