Башҡорт дәүләт медицина университетында Федерация Советының фән, белем һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән осрашыу үтте.
2018 Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Заманалар үҙгәреп, кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт бер аҙ алыҫлашып торған мәлдә тотош йылды ошо исем менән атауҙы халыҡ йылы ҡабул итте. Нимә генә тимә, һуңғы осорҙа әүәлдән килгән өмә, бер-береңә ярҙамлашыу кеүек төшөнсәләр тоноҡланғандай, бөтә нәмәне бары аҡса менән генә үлсәй башланыҡ кеүек. Тап шуға ла халыҡ, айырыуса йәштәр күңелендә изгелек, ихласлыҡ орлоҡтары тәрбиәләгән волонтерлыҡ хәрәкәте һуңғы йылдарҙа йәнләнде. Төрлө сараларҙа йөҙҙәре балҡып, үтенесеңә ярҙам итергә әҙер торған йәштәрҙе күреп, күңел күтәрелә. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙең 15 процент халҡы волонтерлыҡ эшендә ихлас ҡатнаша. Һорау алыуҙарҙа халыҡтың илле проценты бөгөндән уларҙың хәрәкәтенә ҡушылырға теләген белдергән. Республикала иһә 206 ойошма иҫәпләнә, 15 мең кеше үҙен ошо эшкә арнаған. Тап шуға ла буласаҡ табиптар белем алған уҡыу йортондағы осрашыу йәнле барҙы.
Лилиә Салауат ҡыҙы медицина университеты ирекмәндәренең әүҙем эшсәнлеге хаҡында һөйләне, ошондай миһырбанлы йәштәр үҫеүенә рәхмәт әйтте. Мәҫәлән, уҡыу йортоноң ирекмәндәре Сочи ҡалаһында үткән олимпиадала, Ҡазанда уҙған универсиадала, күптән түгел Рәсәйҙә ойошторолған футбол буйынса донъя чемпионатында ҙур ярҙам күрһәткән.
– Һеҙ – буласаҡ табиптар, тимәк, тормошоғоҙҙо кешеләр һаулығын һаҡлауға бағышлаясаҡһығыҙ. Бүтәндәрҙең яҙмышына битараф булмауығыҙ оҡшай. Университет етәкселеге лә был хәрәкәтте һәр саҡ хуплап тора, – тине ул. – Ошондай осрашыуҙар, студенттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү арҡаһында беҙ йәштәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлайбыҙ. Был артабан уларҙы өйрәнеү, һөҙөмтәле закондар ҡабул итеү өсөн кәрәк.
Студенттарҙың сенаторға бирәһе һорауҙары күп ине. Мәҫәлән, проекттарға грант ярҙамы, федераль проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге, матбуғат сараларында волонтерлыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеген яҡтыртыу... Төплө яуаптар алған йәштәр Лилиә Салауат ҡыҙына рәхмәт белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта сенатор үҙе лә киләсәктә табиптарҙың заман технологиялары менән эш итеү, мәҫәлән, уларҙың роботлаштырылған медицина менән эш итеү, киләсәктә ниндәй белгестәргә ихтыяжлыҡ булыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлағандар араһында медицина уҡыу йорттарын һайлаусылар бихисап. Тап шуға ла Лилиә Салауат ҡыҙы ирекмәндәргә медицина кластарындағы уҡыусыларға профессиональ йүнәлеш буйынса курстар ойоштороу тәҡдимен әйтте.
Осрашыуға Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр инициативалары ярҙам үҙәге директоры Илшат Бикҡолов та килгәйне. Ул ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуап бирҙе, рәхмәт белдерҙе.
– БДМУ-ның ирекмәндәр хәрәкәте төбәктә генә түгел, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән тәжрибә майҙансығы булып тора. Уларҙың әүҙемлеге – бүтәндәргә өлгө. Былтыр уҡыу йортоноң ирекмәндәр үҙәге республикала иң яҡшыһы булып танылды. Бер-беребеҙгә булған йылы мөнәсәбәт, үҙ-ара ихтирам, дуҫлыҡ, изгелек хисе һүнмәһен ине, – тине ул.