Бөрйән районында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә. Объект былтыр августа һалына башлағайны. Яңы Собханғол ауылында белем биреү комплексын сафҡа индереү 2019 йылдың авгусына тәғәйенләнгәйне, әммә дәүләт заказсыһы менән генераль подрядсының тырышлығы һөҙөмтәһендә объектты тапшырыу ваҡыты ҡыҫҡартылды.
Комплекс быйыл IV кварталда ишектәрен асасаҡ. Әле бында биҙәү эштәре тамамланып килә, биләмә төҙөкләндерелә, йәшелләндерелә. Балалар баҡсаһы булған мәктәп технологик ҡорамалдар, йыһаз менән тәьмин ителә. Ике учреждение өсөн трансформаторлы ярҙамсы станция, газ ҡаҙанлығы булдырылған.
Төҙөлөш “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы алып барыла. Генераль подрядсы – “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы.
Комплекс Бөрйән районында республиканың 100 йыллығына ҡарата төҙөлгән берҙән-бер объект түгел, Иҫке Собханғолда ла балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп төҙөлә. Ул киләһе уҡыу йылы башланыуға сафҡа индереләсәк.