Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа18.09.2018
Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә “Әсәлек миҙалы” тапшырылды. Был юлы юғары исемгә 45 әсә лайыҡ булды, уларҙың араһында мәғариф, мәҙәниәт, сауҙа, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм хужабикәләр бар.

Билдәле булыуынса, “Әсәлек даны” миҙалы республикабыҙҙа 1998 йылдан алып тапшырыла. Бындай баһаға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиә­ләгән әсәләр лайыҡ.

Был юлы тантанаға килгәндәрҙе матур сара уңайынан республика Башлығы исеменән Башҡортос­тандың ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне.

– Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙ – батыр ҡатын-ҡыҙҙар. Сөнки һеҙҙең иңе­геҙҙә оло яуаплылыҡ ята. Күптә­регеҙ хатта эшләп тә йөрөй. Бала­ларығыҙ илгә кәрәкле кешеләр булып үҫһен. Ғаиләләрегеҙгә тыныс­лыҡ, именлек, берҙәмлек юлдаш булһын, етеш тормошта йәшәргә яҙһын, – тине Ленара Хәким ҡыҙы. – Быйылғы йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан республикала төрлө саралар ойошторола. Республика Хөкүмәте лә күп балалы ғаилә­ләрҙе ярҙамынан ситтә ҡалдыр­май. Төрлө дәүләт программалары эшләй. Беҙҙең бурыс – һеҙҙең өсөн уңайлы һәм етеш йәшәү шарттары тыуҙырыу. Күп бала тәрбиәләгән әсәләргә Хеҙмәт ветераны исеме бирелеүе һәм уларҙың 50 йәштән пенсияға сыға алыуы – маҡсатлы эштәрҙең береһе. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм, иҫәнлек-һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләйем.
Юғары баһаға лайыҡ әсәләр менән дә аралаштыҡ.

Белорет районының Николаевка ауылынан килгән Наилә Аҙнабаева – ете балаға ғүмер бүләк иткән бә­хетле әсә. Уларҙың матур ғаилә­һендә Алина, Арыҫлан, Илдар, Радмир, Илмир, Айназ һәм Айваз исемле ҡыҙ-улдар үҫә. Оло ҡыҙ­ҙары буй еткереп, Магнитогорск ҡала­һын­да уҡып һәм эшләп йөрөһә, бә­ләкәй игеҙ батырҙарға ни бары берешәр йәш. Иптәше Айҙар – ветеринар, эшлекле ханым шулай уҡ үҙҙәренең крәҫтиән (фермер) хужа­лығына ла етәкселек итеп өлгөрә. Ҡайҙан килә бындай сабырлыҡ та, эшкә өлгөрлөк тә тигән һорауға ул: “Иптәшемә рәхмәт, ғаиләлә татыу­лыҡ, берҙәмлек булғанда бары­һына ла өлгөрөргә мөмкин”, – тип яуап бирҙе.

Учалы районынан килгән Әлфиә Һибәтуллина иптәше Рәдис Ирек улы менән дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәр­биәләй. “Ҙур ғаилә булғас, хәс­тәрҙәребеҙ ҙә күберәк, өй эштә­рендә иптәшем – терәк, балаларым – төп ярҙамсыларым. Иптә­шем төҙөүсе булып эшләй. Хәҙерге заманда күп бала тәрбиәләү икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Атай-әсәй яғынан иң беренсе балаларға төрлө яҡлап иғтибар мөһим тип һанайым. Уҡыуҙарын да иғтибарға алып, өҫ-баштарын да бөтөн итергә тыры­шабыҙ. Бигерәк тә малай­ҙарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа етдилек кәрәк. Һәр баланың кеше булып, дөрөҫ юлдан яҙлыҡмай, имен-һау үҫеү­ҙәре, үҙ бәхеттәрен табыуҙары беҙҙең өсөн мөһим. Барыһы ла балаларыбыҙ өсөн. Республикала ғаиләләр өсөн төрлө програм­маларҙың булдырылыуы, етәк­селек яғынан күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүленеүе, әлбиттә, ҡыуаныс, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты бәхетле әсә.

Ысынлап та, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу яуаплы һәм тиңһеҙ хеҙмәт. Ҡатындарына терәк, балаларына яҡлаусы булған хәләл ефеттәре менән балалар тәрбиә­ләүгә оло яуаплылыҡ алған әсәләр ысынлап та оло хөрмәткә һәм баһаға лайыҡ.


Вернуться назад